Дин һәм иман
12 Января 2022, 07:00

Көслө ел сыҡҡанда уҡыла торған доға

Беҙҙең төбәктә һауа торошо кинәт кенә үҙгәреүсән. Әле генә ҡояш йылмайып торһа, бер нисә минуттан көслө ел сығып, дауыл, ҡар-буран да уйнатыуы ихтимал. Шундай ваҡытта түбәндәге доғаны уҡырға кәңәш итәбеҙ. Ярҙамы теймәй ҡалмаҫ. Тулыраҡ: 

Беҙҙең төбәктә һауа торошо кинәт кенә үҙгәреүсән. Әле генә ҡояш йылмайып торһа, бер нисә минуттан көслө ел сығып, дауыл, ҡар-буран да уйнатыуы ихтимал. Шундай ваҡытта түбәндәге доғаны уҡырға кәңәш итәбеҙ. Ярҙамы теймәй ҡалмаҫ.

Аллаһүммә инни әсъәлүкә хайраһә үә хайра мә фиһә үә хайра мә үрсиләт биһ. Үә әғүҙү бикә мин шәрриһә үә шәрри мә фиһә шәрри мә үрсиләт биһ.

Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Һинән мин был елдең игелек килтереүе, ел менән килгәндең, елгә ҡушып ебәрелгәндең игелекле булыуын үтенеп һорайым. Елдең үҙ яуызлығынан, үҙе менән килгән яуызлыҡтан, үҙе менән ебәрелгән яуызлыҡтан һинең яҡлауыңды теләйем.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас