+21 °С
Облачно
Өмөтбай ауылы мәсетендә ғәрәп алфавитын өйрәнеү маҡсатында дәрестәр башланды. Ул һәр йома көнө, йома намаҙынан һуң ойошторола. Өмөтбай ауылы "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзалары ла ғәрәп хәрефтәрен өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Дәресте ауылдың имам-хатибы Ноғоман Хибатуллин алып бара.