3 февралдән 4-нә ҡарай төндә Рәғиб кисәһе – Мөхәммәт пәйгамбәрҙең атаһы Ғабдулла менән әсәһе Әминәнең никахтары булған көн. Рәғиб кисәһендә мосолмандарға, изге теләктәренең тормышҡа ашыуын, Аллаһы Тәғәләнән гөнаһтарын ғәфү итеүен һорап, доға ҡылырға, төндө нәфел намаҙҙарын уҡып үткәрергә кәңәш ителә.
27 февралдән 28-енә ҡарай төндә төн Миғраж – Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең, Борак исемле атҡа атланып, 7 ҡат күккә ашып, Аллаһының ҡатына күтәрелгән көнө. Был кисәлә мосолмандарға биш ваҡыт намаҙ уҡыу фарыз.
17 марттан 18-енә ҡаршы төн Бәрәкәт кисәһе – Тәүбә һәм гөнаһтарҙан арыныу кисәһе. Был кисәлә мосолмандар, Аллаһы Тәғәләнән үҙҙәренең һәм мәрхүмдәрҙең гөнаһтарын ярлыҡауын һорап, доға ҡыла. Был төндө Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙең йыллыҡ яҙмышын билдәләй.
2 апрель Рамаҙан – Рамаҙан айының һәм ураҙаның беренсе көнө. Ураҙа тотоу ашау-эсеүҙән, тәмәке тартыуҙан ғына тыйылып тороу түгел, ә бөтә гөнаһлы ғәмәлдәрҙән тыйылыу. Рамаҙан айында кешенең бар ағзалары ла ураҙа тоторға тейешле. Теле лә, ҡулы ла, күҙе лә, аяҡтары
ла.
27 апрелдән 28-енә ҡарай төндә Ҡәҙер кисе – Аллаһы Тәғәлә Мөхәммәтте пәйғәмбәр итеп һайлаған кис. Был кистә эшләнгән изгелек мең ай эсендә ҡылынған изгелектәргә ҡарағанда хәйерлерәк. Ҡәҙер кисәһендә гөнаһтар ғәфү ителә, доға ҡылыусыларҙың доғалары ҡабул ителә.
2 май - Ураҙа байрамы – Рамаҙан айы тамамланыу хөрмәтенә билдәләп үтелә торған байрам. Ураҙа ғәйетенә ҡәҙәр фытыр, фидия саҙаҡалары бирелә.
8 июль Ғарәфә көнө – Ҡорбан байрамдарынан алдағы изге көн. Был көндө хаж ғәмәле башҡарыла.
9 июль Ҡорбан байрамы – мосолмандарҙың иң ҙур байрамы, Ураҙа ғәйете тамамланып, 70 көн уҙғас, Зөлхизә айының унынсы көнөндә билдәләнеп үтелә.
8 август Ғәшүрә көнө – мөхәррәм айының 10-сы көнө. Ғәшүрә көнөндә Аллаһ ризалығы өсөн ураҙа тотоу иң хәйерле ғәмәл булып һанала. Мөхәммәт пәйғәмбәр Ғәшүрәгә бер көн ҡала һәм Ғәшүрәнән һуң тағы бер көн ураҙа тоторға өндәгән.
7 октябрҙән 8-енә ҡарай төн Мәүлид Ән-Нәби – Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең донъяға килгән көнө. Байрам бер ай дауам итә.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-187772453_76938