Йәш диндарҙар көс һынашты
Иҫке Сибай ауылының “Әл-Фәтиха” мәсетендә йәш балалар араһында Ҡөрьән Кәрим сүрәләрен яттан һөйләү буйынса көсөргәнешле һәм сәмле ярыш булды. Урындағы дин әһелдәре ойошторған сарала егермеләп бала ҡатнашты һәм һәр береһе арҙаҡлы баһалама төркөмөнә үҙ һәләтен күрһәтте.
Балаларҙың барыһы ла мәсеткә дини талаптарға ярашлы ыҫпай, мосолман әҙәбе ҡушҡанса кейенеп килергә тырышыуы ла үҙенә күрә бер тәрбиә һабағы булғандыр. Араларында 3-4 йәшлек сабыйҙарҙың да булыуы дин юлында ауылыбыҙҙың киләсәге барлығына инандырҙы. Ошондай фәһемле һәм кәрәкле сараны ойоштороусылар Аллаһ рәхмәтендә булһындар!
Ислам донъяһында баҙыҡһыҙ ғына тәүге аҙымдарын яһаусы йәш диндарҙарҙың тырышлығына, һәр сүрәне урын-еренә еткереп уҡырға ынтылыуҙарына һоҡланмау мөмкин түгел! Өс йәшлек кенә ҡыҙыҡайҙың, оялыуын көскә тыйып, ағай-апайҙары менән йәнәш сүрәләр уҡыуын әйт әле! Сағына еткәс, бына тигән мөслимә булып китер әле ул! Нисек кенә булмаһын, балаларҙың бәләкәйҙән дингә тартылыуы, ата-әсәләренең уларҙы хуплап, күтәрмәләп йөрөүҙәре маҡтауға ғына лайыҡ! “Баланы – баштан, талды – йәштән бөк!” – халыҡыбыҙҙың был тапҡыр әйтеме ошо урында бик ҡулайлы булыр төҫлө...
Әйткәндәй, мәсеткә килгән малай-ҡыҙҙарҙың исемдәре ниндәй бит әле – матур ҙа, баҙыҡ та башҡорт исемдәре үҙҙәре үк милли үҙенсәлек менән айырылып торалар. Зөлхизә, Ислам, Имран, Усман, Муса, Ильяс, Мәҙинә, Ибраһим, Айзилә, Абдулла, Ғайса, Кәримдәр ниндәй матур яңғырай һәм ҡолаҡҡа яғылып тора. Ысын башҡорт балаларының исемдәрен йөрөтөүҙәре менән ғорурланырлыҡ уларға!
Ярыш булғас, еңеүселәре лә була тигәндәй, был юлы ла иң-иңдәр айырым баһаға лайыҡ булды. 11 йәшлек Илзидә Илғыуатова барыһынан да уҙҙырҙы һәм төп бүләккә – велосипедҡа лайыҡ булды!11 йәшлек Имран Ирназаров та ҡалышманы һәм, беренсе урынды яуланы. Айзилә Алсынова менән Мәҙинә Ибраһимова икенсе һәм өсөнсө урындарҙы бүлеште. Призлы урындаға лайыҡ булған балалар ҡулдарына шулай уҡ ҡиммәтле бүләктәр: самокат, ҙур һәм бәләкәй тубингтар алып ҡыуанды. Ғөмүмән, сарала ҡатнашҡандарҙың береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Аҙаҡтан барыһы ла табын артында Яңы йыл тәм-томдары менән һыйланды.
Ошондай матур сараны ойоштороп алып барған Айнур хәҙрәт Буранғоловҡа, Баймаҡ ҡалаһынан килгән Илфат хәҙрәт Юнысбаевҡа, шулай уҡ һәр яҡлап ярҙам күрһәтеп йөрөгән Ринат Ибраһимовҡа, ауыл старостаһы Зөһрә апай Ғәйнуллинаға, дини сараларҙан ситтә ҡалмаған барлыҡ мөслим-мөслимәләргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ!
Мотал Рәмов.