Дин һәм иман
24 Декабря 2021, 14:20

Ҡотҡарыусы буласаҡ

Һуңынан Мессинг Сталиндың йәһүдтәрҙең ҙур байрамында үләсәген әйтә...

Вольф Мессинг 1899 йылда Рәсәй империяһы биләмәһендәге Гура-Кальвария тигән ҡалала (Варшаванан алыҫ түгел) йәһүдтәр ғаиләһендә донъяға килә. Малай үҙенең ғәҙәттән тыш һәләттәре тураһында кескәйҙән белә. Эңерҙә тышҡа сыҡҡан малайға аҡ кейемгә төрөнгән гигант фигуралар күренә. “Килер шундай көн һин киләсәкте әйтә аласаҡһың!”-тигән тауыш яңғырай. Малайҙы дини мәктәпкә уҡырға бирәләр. Ләкин ул тиҙҙән унан ҡасып, Берлин яғына сығып китә. Поезда йәшенеп, эскәмйә аҫтында ултыра. Билет таптыра башлағастар, ябай ҡағыҙҙы алып һона. Уны билет итеп ҡабул иткәс, малай үҙенең һәләтен аңлай. Аслыҡ-туҡлы йөрөп, ялсы булып эшләй. Аслыҡтан йығылған егет госпиталгә эләгә. Уны үлгән тигән ерҙән, йөрәге эшләп китә. Мессинг үҙенең иҫ киткес һәләттәре менән тамашасылар йыя башлай. 1937 йылда бер сығышында ул әгәр Гитлер Көнсығышҡа йүнәлһә, уны үлем көтә тип әйтә. Бының өсөн Мессинг карцерға ябыла, уны тештәрен һындырғансы туҡмайҙар. Үлемгә хөкөм ителгән Мессинг һаҡсыларҙы гипноз аҫтында камераға ябып ҡаса. Ул Советтар Союзына килә. Ул Белоруссияла сығыш яһай. Бер көн уны Сталин алдына ла баҫтыралар. Мессингтың һәләтенә ышанғас, ил башлығы уны ебәрә. Мессинг Бөйөк Ватан һуғышының ҡасан тамамланасағы тураһында дөрөҫ итеп әйтә. Күрәҙәсе вафат булғандан һуң уның бар ҡағыҙҙары махсус хеҙмәттең ҡулына эләгә. Шуға күрә Мессингтың нимәләр күрәҙәләүенең күбеһен белмәйбеҙ. Шуныһы ҡыуандыра, Вольф Мессинг бөтә донъя һуғышы булаясаҡ тип әйтеп ҡалдырған.

Тағы бер ҡыҙыҡлы факт: Мессинг Сталинды йәһүдтәрҙе эҙәрлекләүҙе туҡтатыуҙы үтенә. Әлбиттә уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалыусы булмай. Һуңынан Мессинг Сталиндың йәһүдтәрҙең ҙур байрамында үләсәген әйтә. Шулай килеп сыға ла-Сталин 5 мартта йәһүдтәр Пурим байрамын билдәләгәндә вафат була.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас