Дин һәм иман
24 Декабря 2021, 04:40

Дошман дуҫҡа әйләнмәйме?

Һәр халыҡтың үҙ ваҡыты бар.Әжәле яҡынлашһа, ул уны бер сәғәткә кисектереп тә, ашыҡтырып та тора алмаҫ, уның килеүен тиҙләтергә лә хәленән килмәҫ...

Һәр халыҡтың үҙ ваҡыты бар.Әжәле яҡынлашһа, ул уны бер сәғәткә кисектереп тә, ашыҡтырып та тора алмаҫ, уның килеүен тиҙләтергә лә хәленән килмәҫ.

 

Ни өсөн йән дуҫың дошманыңа әйләнә ала, ә дошманың дуҫ булып китә алмай?”-тип һорай берәү хикмәт эйәләренән булған остазынан. “Бының сәбәбе бер,-ти остазы,-емереп ташланғанды яңынан төҙәтеүгә ҡарағанда, төҙөп ҡуйылғанды емереү, бөтөн быяланы селпәрәмә килтереп ватып ташлау, ватып ташланғанды йыйып йәбештереүҙән еңелерәк”. Шуның кеүек дарыуҙар эсеп кенә тороуға ҡарағанда сәләмәт булыуың, насарлыҡ эшләп ғәфү үтенеүгә ҡарағанда насарлыҡтан тыйылып тороуың яҡшыраҡ.

 

Кешеләрҙе фәрештәләр Аллаһтың язаһынан ҡотҡарып ҡала тип уйларға ярамай, бәндәне улар әйләнә-тирәләге төрлө бәлә-бәхетһеҙлектәрҙән һаҡлап ҡына йөрөтә. Ваҡыты һәм Аллаһы Тәғәләнең бойороғо менән, кешеһенә ҡарап, бәндәне улар үҙҙәренең яҡлауынан мәхрүм итеп яҙмыш хөкөмө алдында бер үҙен япа-яңғыҙ ҡалдырып, һәләкәткә дусар итә лә ала. Ауырлыҡтар, уңышһыҙлыҡтар күмеп киткәндә кеше уларҙың сәбәбен үҙендә эҙләргә, табырға, тәүбә итә һәм холҡон төҙәтеү ниәте менән йәнен паклай белергә тейеш.

 

Ваҡыт беҙҙе һәләк итә”.-тигән һүҙҙәргә ҡаршы Аллаһы Тәғәлә әйтте, тип аңлата пәйғәмбәр ғ.һ.с.,-”Ваҡытты һүгеп, әҙәм балаһы Мине рәнйетә. Ә бит ваҡыт -Мин үҙем. Бөтәһе лә үҙ ҡарамағымда. Минең ихтыярым менән көн дә төнгә алмашынып тора”.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас