Билдәле монах Авель 28 йәшкә тиклем Тула өлкәһендә йәшәй, ер һөрә, өйләнә, балалар үҫтерә. Унан кинәт бер ҡарарға килеп монастыргә китә. Бер йылдан һуң ул алыҫ бер утрауға барып урынлашып, яңғыҙы йәшәй. Йәшәү дәүерендә “Зело страшная книга” тигән китап яҙа. Ул планеталарҙың нисек хәрәкәт итеүен күҙәтеп, кешелекте нимә көтөүен билдәләй. Авель уға күк йөҙөнән тауыш ишетелеүе тураһында әйтә. Ер шарының бик күп серен асҡандан һуң, монах быларҙың барыһын да кешеләргә еткерергә кәрәклеге тураһында күктән бойороҡ ала. Авель Николо-Бабаевский монастыренә килә һәм ошонда уның тәүге китабы яҙыла. Монах үҙенең үлемен ҡырҡ йылдан алдан күрә. Шуны ла әйтергә кәрәк, Авельдың китаптары оҙайлы ваҡыт ете йоҙаҡ аҫтында йәшереп тотола. Совет власы тарҡалғас уның Хөкүмәт архивында һаҡланған бер нисә яҙмаһы баҫыла. Авельдың үҙенең китаптары һаҡланмаған тиһәләр ҙә, күп эксперттар уларҙың әле лә махсус архивта ныҡлы йоҙаҡ аҫтында һаҡланыуы тураһында белдерә.
Күрәҙәсенең беҙгә килеп еткән бар һүҙҙәре тормошҡа ашып килеүен дә билдәләргә кәрәк. Күрәҙәсе Рәсәй менән өс тапҡыр буйға ҙур булмаған кеше идаралыҡ итәсәк тип әйткән. Монахтың 2017 һәм унан һуңғы йылдарына әйтеп ҡалдырған: “Власть 10 батша ҡулында буласаҡ, сәйәси аренала быға тиклем билдәле булмаған яугир барлыҡҡа килеп
күп ҡан ҡойоласаҡ, оҙон танаулы кеше йәмғиәтте күрә алмаһа ла янына күп миллионлы кешеләрҙе йыясаҡ, кешеләрҙең ыҙа сигеүе власҡа “Бөйөк Гончар” килгәс тамамланасаҡ”,-тигән һүҙҙәре лә сер булып яңғырай.
Монах Авель 2892 йылда ергә антихрист килеп, кешелек ҡараңғылыҡҡа сумасаҡ тигән. Кешеләр оҙаҡ-оҙаҡ йылдар ҡараңғылыҡ эсендә йәшәйәсәк. 1050 йылдан һуң ғына кешеләр яңыра башлаясаҡ, үлектәр ҡәберенән ҡубып сығасаҡ, кемде мәңгелек донъя, ә кемде һәләкәт көтөүе билдәһеҙ. Монахтың сер булып яңғыраған һүҙҙәре кешелек файҙаһына асылыуын көтөргә генә ҡала.
Гүзәл Иҫәнгилдина.