+23 °С
Облачно
Бер ваҡыт: “Бер ҡуй һуйып, уның иң ләззәтле еренән ике ҡалъя бешереп килтер”,-тип Лоҡман-Хәкимгә бойора Дауыт ғәләйһиссәләм. Ҡуйҙы һуйып, Лоҡман-Хәким теле менән йөрәген бешереп килтерә.
Икенсе тапҡыр Дауыт ғәләйһиссәләм , ҡуйҙың иң ләззәтһеҙ еренән ике ҡалъя ит бешереп килтерергә бойора. Лоҡман-Хәким тағы ла ҡуйҙың теле менән йөрәген бешереп килтерә.
Быға аптырап ҡалған Дауыт:
- Иң ләззәтле ерен тигәндә лә, иң ләззәтһеҙ ерен теләгәндә лә теле менән йөрәген бешереп килтерҙең. Быны нисек аңларға?-тип хикмәт эйәһенә һорау бирә.
- Эй, Рәсүлулла! - ти Лоҡман-Хәким. -Тәндең ләззәтле ере лә, ләззәте бөтөнләй булмағаны ла – ошо ике нәмә. Был ике ағзаһы яҡшы булһа, кеше лә – яҡшы, яман булһа, ул да – яман.