Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Дин һәм иман
13 Декабря 2021, 13:55

Көсөң етмәгәнде тапшырмаҫ

Йәннәте бөтә ирҙәр 33 йәштә булыр. Ғүмерҙең был иң матур, көстәр ташып торған сағы. Ҡатындар ҙа шул уҡ йәштә булыр...

Әҙәм балалары тәнендәге дүрт гәүһәрҙе дүрт төрлө нәмә юҡ итә: аҡылды – асыу, динде – көнсөллөк, оятты – нәфсе, изге ғәмәлде – ғәйбәт.

Бәндә гонаһ эшләп торғанда ла, Аллаһ уға дүрт нәмә менән мәрхәмәт – шәфҡәт күрһәтә: бәндәне ризыҡтан мәхрүм итмәй, сәләмәтлеген алмай, гонаһтарын үҙенә күрһәтеп бармай, кисекмәҫтән язаға ла тартмай.

Йәннәте бөтә ирҙәр 33 йәштә булыр. Ғүмерҙең был иң матур, көстәр ташып торған сағы. Ҡатындар ҙа шул уҡ йәштә булыр.

Ауырыу ҡәрҙәшенең хәлен иртән барып белгән мосолман өсөн етмеш мең фәрештә кискә тиклем Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылып торор, ә инде ауырыу хәлен кискә ҡарай барып белһә, етмеш мең фәрештә бы кеше өсөн иртә таңға тиклем доға ҡылыр.

Кем дә кем кеше һүҙенә ҡарап йәки үҙ ихтыяры менән ата-әсәһен рәнйетә икән, ул кешегә Аллаһтың, бөтә фәрештәләрҙең һәм кешеләрҙең ләғнәте булыр.

Әгәр телегеҙ һеҙҙе күңел аҙғынлығына төшөрөргә теләһә, уны тыйып тороу өсөн ирендәрегеҙҙе ябығыҙ, мин һеҙгә ирендәр бирҙем; әгәр ҙә күҙҙәрегеҙ һеҙҙе хәрәмгә ҡарарға мәжбүр итергә теләһә, керпектәрегеҙ, күҙ ҡабаҡтарығыҙ бар – уларҙы ябығыҙ!

Һәр таңды кеше һөйөнөс менән ҡаршы алырға тейеш. Әгәр ҙә ул: “Эй, Аллаһ! Миңә һәм үҙең яралтып бар иткәндәрҙән минең кеүектәргә килеп кенә торған мәрхәмәт-шәфҡәттәрҙең бөтәһе лә – Һинән. Һинең тиңдәшең юҡ, маҡтау һәм ололауҙар ҙа тик үҙеңә генә!” -тип таңды ҡаршылай икән, тимәк, ул был яҡты таңдар өсөн Аллаһҡа шөкөр итә белә. Был һүҙҙәрҙе кисен әйтеп йоҡоға ятһа, йән тыныслығы өсөн шөкөр итә.

Аллаһы Тәғәлә бер кешегә лә көсө етмәҫ эш тапшырмаҫ, көсө еткәнде генә тапшырыр. Берәү Аллаһ хөкөмдәренә буйһоноп, ғәмәлдәрҙең изгеһен, эштәрҙең файҙалыһын ғына эшләп торһа – файҙаһы үҙенә, әгәр ҙә берәү Аллаһҡа ҡарышып, гонаһ эштәргә, насар кәсепкә бирелһә – ғазабы үҙенә.

Үҙенең намаҙында мосоман үҙе өсөн генә доға ҡылмай, яҡындары, ҡәрҙәштәре, ауылдаштары, илдәштәре, диндәштәре, ватандаштары – ғөмүмән, уң һәм һул яғында булған бөтәһе өсөн дә доға ҡыла, мәрхүмдәрҙе лә онотмай.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас