“Алған һыуҙы дөйә һымаҡ итеп бер тында эсеп бөтөрмәгеҙ, бүлеп-бүлеп эсегеҙ. Эсә башлағансы “бисмиллә” әйтегеҙ, эсеп бөткәс “Әл-хәмдү лил-ләһ!” тип Аллаһуға маҡтау һүҙҙәрен әйтегеҙ”.
Һыуҙы йәки башҡа төрлө эсемлекте эскән ваҡытта ул һауытты уң яҡтағы кешегә бирергә тәҡдим итә. Бында ул кешенең атына ла, затына ла ҡарап тормай.
“Эскән ваҡытта эсемлеккә өрөп ғәҙәтләнмәгеҙ”-ти пәйғәмбәр. “Ә мин унда сүп күреп ҡалһам”,-ти берәү. “Сүпле ерен сайҡап түгеп ҡуй!”-ти пәйғәмбәр.
Һыуҙы бергәләп эскәндә уны таратып торған кеше бөтәһенән һуңғараҡ эсһен, тигән ул.
Алтын һәм көмөш һауыттарҙы ҡулланыуҙы динебеҙ бөтөнләй тыя.
Ризыҡты кәрәк тиклем генә ашау, сама белеү, һыуҙы, эсемлектәрҙе кәрәк тиклем генә эсеү, аштан элек һәм унан һуң тоҙ ҡабыу мөһим.