Һаҡмар
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Дин һәм иман
7 Декабря 2021, 11:30

"Өс көндән бала табаһың, ҡалаға бар..."

"Ул ваҡытта ауылда йәшәнек, бәпәй көтәбеҙ, ҡыш ине. Ирем ҡалаға йөрөп эшләй, бер тәүлек эштә була. Юлдарҙы көрт баҫып, грейдер таҙалап өлгөрмәһә, тағы бер төн ҡала торғайны. Мин борсолоп йөрөнөм: аурый башлаһам, нисек райцентр больницаһына барып етәм инде тип. "Ашығыс ярҙам" машинаһы ла килә алмаҫ, ауылдан үҙем дә сыға алмаҫмын тип..."

Төштәр тураһында пост уҡығас ғүмеремдән тағы ла бер ваҡиға тураһында яҙырға булдым.
Ул ваҡытта ауылда йәшәнек, бәпәй көтәбеҙ, ҡыш ине. Ирем ҡалаға йөрөп эшләй, бер тәүлек эштә була. Юлдарҙы көрт баҫып, грейдер таҙалап өлгөрмәһә, тағы бер төн ҡала торғайны. Мин борсолоп йөрөнөм: аурый башлаһам, нисек райцентр больницаһына барып етәм инде тип. "Ашығыс ярҙам" машинаһы ла килә алмаҫ, ауылдан үҙем дә сыға алмаҫмын тип. Бәйләнеш тә ауылда насар тота. Ҡурҡып доғалар ҡылып, Аллаһтаң ярҙам, еңеллек һорап йөрөнөм. Үҙем дини китаптар уҡырға яраттым, бигерәк тә бер ғалимдың китаптарын.
Бер көн ирем өйҙә ине, уның ял көнө, мин төш күрәм. Минең яратҡан ғалимым миңә хат яҙған имеш: "Өс көндән бала табаһың, ҡалаға бар"-, тип.
Мин төштәргә артыҡ ихтибар бирмәйем. Улар буталсыҡ минеке. Ләкин был төшөмдө иремә һөйләнем. Ирем шул көндө үк мине ҡалаға машина менән алып барҙы, туғандарҙың өйөнә, роддом яҡында. Узи буйынса срок етмәгән ине, ике аҙна бар ине.
Шулай 3 көндән бәпесебеҙ тыуҙы. Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә доғаларымды ҡабул итеп ярҙам итте. Сөнки Аллаһ ҡына кеше ҡасан тыуырын белә. Әлхәмдүлилләһ.

Хәҙис: төштәр өс төрлө була : Аллаһтан, шайтандан, кешенең подсознание төштәре (ғүмеренән, кисерештәренән).

"Сәйер донъя" сәхифәһенән.

Фото интернеттан.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас