Бер ҡатын магазиндан ҡайтып килгәндә, юл буйында 5-6 йәшлек баланың нәҙек кенә сыбыҡ менән тырышып-тырышып ергә һыҙып уйнағанын күреп:
- Нимә һыҙаһың, улым? - тип һораған. Ул:
- Был йәннәттәге ер бүлемдәре, мин шуларҙы һатам, - тигән. Малайҙың яуабы ҡатынға оҡшап ҡалған. Уны ҡосағына алып, һөйгән дә:
- Мин дә бер ер бүлеме алырға теләйем, күпме тора? - тип һораған.
- 100 һум – тигән ул.
Ҡатын малайға 100 һум аҡса бирә лә, малайҙы ҡосаҡлап үбеп, ҡайтып китә. Бер нисә көн буйына сабыйҙың йөҙөндәге шатлыҡ сатҡылары уның күҙ алдынан китмәй. Бер төндө был ҡатын төшөндә үҙенең йәннәтәге урынын күрә һәм ҙур һөйөнөс, ҡыуаныс менән уянып китә. Ул сабый менән булған ваҡиғаны иҫенә төшөрөп, иртәнге аш ваҡытында тормош иптәшенә һөйләй. Ире ауыҙына ҡапҡан ризығын да йотмай, малай уйнаған ергә йүгерә. Шул уҡ урында малайҙы күрә һәм:
- Нимәләр һыҙып ултыраһың? - тип һорай.
Бала бер үк яуапты ҡайтара. Ир кеше:
- Миңә бер-нисә ер бүлеме бир әле, улым, - ти.
- Бер миллион һум, - ти ул.
- Нисек инде бер миллион һум? Бер көндө генә ҡатыныма 100 һумға һатҡанһың бит, - ти ирекәй.
- Ағай, ул ҡатын бит йәннәттән урын алыу өсөн түгел, ә минең күңелемде күрер өсөн генә аҡса биргән ине. Ә һеҙ йәннәттең хаҡы шулай осһоҙ, тип уйлайһығыҙмы? Йәннәт ул осһоҙ ҙа, ҡыйбат та түгел. Йәннәттән урын алыр өсөн, күңелдәрҙе күрергә өйрәнәйек...
Лилиә Такаева тәржемһе.
Фото интернеттан.