

*Кеше тәнендә бер ит киҫәге бар. Ул яҡшы булһа, бөтә тәнде лә яҡшы итә. Насар булһа, бөтә тәнде лә яраҡһыҙға сығара. Ул ит киҫәге – йөрәк.
*Аллаһы Тәғәлә үҙенең рәхимле бәндәләренә генә рәхимле буласаҡ.
*Ҡөрьән Кәримде уҡығыҙ, сөнки ҡыямат көнөндә үҙен уҡыусылар өсөн шәфәғәтсе булып киләсәк.
*Һеҙҙең аралағы кешеләрҙең иманы тулы, камил булғаны – гүзәл әхлаҡлы, киң күңелле, әҙәм балаларына ҡарата изгелек, игелек эшләй торғандары.
*Өс төрлө кешенең доғаһы һис шикһеҙ ҡабул булыр: рәнйетелгән кеше доғаһы, мосафир доғаһы һәм ата-әсәнең балаларына ҡылған доғаһы.
*Үҙең һөйгәнде, үҙеңдең күңелеңә хуш килгән нәмәне ҡәрҙәшеңә лә теләмәй икәнһең, һинең иманың тулы һәм мөкәммәл булмаясаҡ.
*Был хәҙисте Әбү Һөрәйрә риүәйәт ҡылған: Аллаһы Тәғәләгә һәм ҡыямат көнөнә иман килтергән кеше фәҡәт яҡшы, күркәм һүҙҙәр һөйләһен, килгән ҡунағына хәленсә хөрмәт күрһәтһен, күршеһе менән күркәм мөнәсәбәттә булһын, файҙаһыҙ һүҙҙәр һөйләүҙән тыйылһын.