Дин һәм иман
25 Ноября 2021, 15:45

Хикмәтле хикәйәт

“Эй, Раббым!-тине ул. - Кешеләрҙе һин яралтып бар ҙа итәһең, үлтерәһең дә. Үлтерәһең икән, ниңә уларҙы яралтып бар иттең?”-ти.

Бер ваҡыт үлем тураһында уйланып ултырғандан һуң Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылып, Муса Унан бәндәләрҙе яралтып бар итеүенең сәбәбен һораны: “Эй, Раббым!-тине ул. - Кешеләрҙе һин яралтып бар ҙа итәһең, үлтерәһең дә. Үлтерәһең икән, ниңә тип уларҙы яралтып бар иттең?”-ти.

Яуап урынына Аллаһ пәйғәмбәргә бойҙай сәсергә бойора. Бойҙайҙы сәсә Муса ғәләйһис-сәләм, һыу менән һуғарып, тәрбиәләп үҫтерә. Ашлыҡтар өлгөрөп етеү менән, уны урып, һуға башлай. Шул ваҡыт Аллаһ уның үҙенә һорау бирә:

- Эй, Муса, һин нимә эшләйһең? -ти.

- Эй, Раббым! Бойҙайҙы урып алдым да, иген бөртөктәрен хәҙер һаламдан айырам,-ти Муса.

- Бына был һинең һорауыңа ла яуап була,-ти Аллаһ,- үлем дә ашлыҡ урыуға оҡшаш. Урып алғандан һуң бөртөктәрҙе һаламдан айырған һымаҡ, үлем дә тәҡүә кешеләрҙе гонаһлыларҙан айырырға мөмкинлек бирә.

Ҡөрьәндә лә әйтелә бит: “Ғәмәлдәрҙә һеҙҙең ҡайһыларығыҙҙың яҡшыраҡ булыуын һынап ҡарау өсөн, Аллаһ үлем менән тереклекте яралтып бар итте”.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас