Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
11 Октябрь 2021, 18:55

Хикмәтле хикәйәттәр

Ғайса, ғәләйһис-сәләм: “Арағыҙҙа кемдең гонаһы юҡ, был ҡатынға ташты башлап шул кеше атһын”,-ти.

 

Бер көн кешеләр Ғайса, ғәләйһис-сәләмгә бер ҡатынды алып килә. “Остазыбыҙ! Был ҡатын уйнаш иткәндә тотолдо. Ундайҙарҙы Муса таштар менән атып үлтерергә бойорған. Һин нимә әйтерһең?”-тиҙәр.

Ғайса, ғәләйһис-сәләм, өндәшмәй генә ергә эйелеп көҙгө һүрәте төшөрә. Көҙгөгә ҡарап башҡалар үҙҙәренең гонаһтарын күреп ҡала. Әммә бары бер яуап көтөп торалар. Эйелеп торған еренән турайып Ғайса, ғәләйһис-сәләм: “Арағыҙҙа кемдең гонаһы юҡ, был ҡатынға ташты башлап шул кеше атһын”,-ти.

Ергә эйелеп, Ғайса, ғәләйһис-сәләм, тағы нимәлер һыҙғылай башлай. Шул арала ҡаршыһында торған ололарҙан башлап кеселәргә тиклем – бөтәһе лә таралып бөтә. Пәйғәмбәр ҡатынға: “Аллаһ үҙеңдән риза булһын. Игелек тапҡан хәлдә эргәмдән кит һәм башҡа гонаһ эшләп йөрөмә! Раббым мине хөкөм итер өсөн ебәрмәне”,-ти.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: