Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
4 Октябрь 2021, 15:15

Сәләмәтлектең нигеҙе — дөрөҫ туҡланыу

#Һаҡмар_дин Сәләмәтлектең нигеҙе — дөрөҫ туҡланыу. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм был турала бына ниҙәр әйткән: 

Пәйғәмбәр Мөхәммәд : “Аллаhы Тәғәлә сир яралтты икән, уның менән бергә шифаһын да яралтыр”

Әғүүзү билләәһи минәшшәйтааниррәжиим. Бисмилләәһиррахмәәниррахиим. Әлхәмдүлилләәһи раббил ғааләмиин. Үәссаләәтү үәссәләәмү ғаләә расүүлиһии Мүхәммәд үә ғаләә әәлиһии үә әсхәбиһии әжмәғиин.

Әссәләәмү ғәләйкүм үә рәхмәтүллааһи үә бәракәәтүһ.

Барса маҡтау, бейек һәм бөйөк Аллаһы Тәғаләгә һәм Пәйғәмбәр Мөхәммәд Мостафа салләллааһү ғәләйһи үә сәлләмгә ысын күңелебеҙҙән салауат-шәрифтәребеҙ булһын.

Аллаһы Тәғаләнең барлығын, берлеген, бөйөклөгөн, бар ғәләмде барлыҡҡа килтереүсе Зат икәнен, Уның ҡөҙрәтле икәнен ни тиклем алдараҡ белһәк, ысын күңелдән Уға ышанһаҡ, ни тиклем яҡшы икәнен үҙебеҙ ҙә һҙербеҙ, йәнебеҙ менән тоярбыҙ һәм сәждәгә китеп шөкөр итербеҙ. Ул иҫ киткес рәхмәтле, көс-ҡеүәтле һәм беҙҙе барлыҡ зарарҙарҙан һамҡлай. Беҙгә ер йөҙөнә һынау өсөн, йәннәткә әҙерләнер өсөн генә ебәрелгән бәндәләрҙән бары тик үзенең ҡушҡандарын үтәү, тыйғандарынан тыйылыу ғына кәрәк. Шуға ирешкән Аллаһ ҡоло булыр. Был бик ҙур дәрәжә. Уның һаҡланғанды һаҡлармын, бәндәмде сир менән дә һынармын тигән вәғәҙәһе лә бар. 
 
Сире лә, дауа-шифаһы ла – бары тик Аллаhтан. Сирен бирә икән, шифаһын да, сәбәпсеһен дә бирә. Эҙләргә, табырға кәрәк. Әлбиттә, бары тик Үҙеңдән. Үҙенең һүҙҙәре – изге китабы Ҡөрьәндән. Сәләмәтлек – иң ҙур байлыҡ тибеҙ. Ул аҡсаға һатып алынмай. Ул беҙгә аманат итеп бирелә. Беҙ уны һаҡларға тейешбеҙ. Аллаhтың илсеһе олуғ Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм әйтә: «Әй әҙәм балалары, сирҙәрегеҙҙе дауалағыҙ, Аллаhы Тәғәлә сир яралтты икән, шуның менән бергә шифаһын да яралыр. Бер генә сирҙең дауаһы юҡ, ул ҡартлыҡ»,- тине. 

“Кешеләр ике төрлө ниғмәттең ҡәҙерен белмәй, – ти Пәйғәмбәр Мөхәммәд ғәләйһиссәләм: “Береһе – ваҡыт, икенсеһе – сәләмәтлек». Аллаһы Тәғәлә кешегә күркәм тәнен, һиҙгер йәнен, аҡылын һәм иң ҙур ниғмәт булған – һаулығын да биргән. Биреп кенә ҡалмаған, уны һаҡлау ҡағиҙәләрен Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм арҡылы ирештергән. Ул үҙенең хаҡ һүҙе булған Ҡөрьәндә сәламәтлеккә зыян килтереүсе һәр бер нәмәне тыя һәм кешенең һаулығын нығытыуға йүнәлтелгән ғәмәлдәргә этәрә. 

Сәләмәтлектең нигеҙе — дөрөҫ туҡланыу. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм был турала бына ниҙәр әйткән: 

Озаҡ ашалмайса ҡалған ризыҡты ашамағыҙ. 

Ризыҡты бик ҡайнар йә һалҡын булғанда ашамағыҙ. 

Ҡулдарығыҙҙы ашау алдынан һәм ашағандан һуң йыуығыҙ.  

Артыҡ туйғансы ашамағыҙ.

Ашаған арала һыуҙы күп эсмәгеҙ.

Яңғыҙ ғына ашамағыҙ. 

Арыған саҡта татлы ризыҡ ашап ҡуйығыҙ. 

Ай эсендә бер көн булһа ла ураҙа  тотоғоҙ, тәнегеҙ ял итһен!  

Шәрғәт буйынса кеше өҫтәл артынан тамағы туймайынса торорға тейеш. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм: «Әҙәм балаһы тултыра  торған ҡапсыҡтар араһында ҡорһаҡтан да насар ҡапсыҡ юҡ. Әҙәм балаһының донъяла тороуына бер йотом һыу етер. Әгәр ҙә ашау зарур булһа, йәғни тейеш булһа, ул ҡарынын өскә бүлһен: бер өлөшөнә – аш, икенсе өлөшөнә – һыу, өсөнсө өлөшөнә – һауа. 
 
«Ҡайһы дауа яҡшыраҡ?» тигән һорауға табиптар ҙа: «Ашағың килеп тә, ашауҙан туҡтау», – тип яуап бирә. «Пәрҙә» сүрәһенең 31-се аятында Аллаһы Тәғәлә: «Ашағыҙ, эсегеҙ, әммә исраф итмәгеҙ, ысынлыҡта Аллаһ исраф ҡылыусыны яратмай», – ти. Шәриғәт белгестәре фекеренсә, был ике һөйләмдә кешенең сәләмәтлеген һаҡлау өсөн кәрәкле бөтәһе лә әйтелгән. Туйғандан һуң ашау — исраф. Динебеҙҙә һәр бер исраф – хәрәм, тыйылған ғәмәл. Күп ашау аҡылға, әҙәпкә лә кәмселек килтерә. Кешенең аҡылы кәмей, холҡо боҙола, юҡ-барҙан ҡурҡа башлай.
 
Диндә башҡа төр физик эшкә лә иғтибар бирелә. Мәҫәлән: «Берегезҙең, тауға барып утын йыйып, шуны килтереп һатыуы һәм шунан саҙаҡа биреүе, кешеләрҙән һоранып йөрөүгә ҡарағанда хәйерлерәктер», — тиелә. Рәсүлүллаһ был хәҙистә ҡул көсө менән эшләп ашарға саҡыра. Үҙ хеҙмәтең менән ғаиләңде туйҙырыу – иң күркәм эштәрҙең береһе. Донъяла иң ләззәтле икмәк – әҙәм балаһының үҙ кәсебе, үҙ ҡул көсө менән табылған һәм маңлай тире тамған икмәктер. 

Хеҙмәт менән бергә ял итеү – урман-болындарға сығыу, төрлө уйындар уйнау – Аллаһы Тәғәләгә һөйөклө булған ғәмәлдер. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм: «Күңел асығыҙ һәм уйнағыҙ, минең диндәштәремдең кәйефе насар булыу миңә лә оҡшамай», – тигән. Физик күнегеүҙәр ярҙамында кеше стресстан ҡотола, иммунитетын нығыта.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: