Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
14 Сентябрь 2021, 17:00

“Дингә күркәм холоҡ һәм әҙәп менән өндәгеҙ”

Әле мәсеттә имам-хатип булып Хафиз Баймөхәмәтов эшләй. Әйткәндәй, ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанған оло йөрәкле кеше ул. Хафиз Ирмәк улы сығышы менән ошо ауылдан. Ете балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Атаһы Ирмәк “Ирәндек” совхозында малсы булып эшләй. Әсәһе Хәйриямал дини кеше була. Хафиз мәктәпте тамамлағас, “Ирәндек” совхозында тракторсы булып эш башлай. 15 йыл эшләгәндән һуң совхоз тарҡала. Мәктәпкә завхоз булып эшкә төшә. Унан ҡарауылсы булып күсә, ҡыштарын мәктәпте йылыта. Рәсми рәүештә әле лә ул мәктәптә эшләй. Эштән буш ваҡыттарын мәсеттә үткәрә.

“Дингә күркәм холоҡ һәм әҙәп менән өндәгеҙ”
“Дингә күркәм холоҡ һәм әҙәп менән өндәгеҙ”

Ауылда тарихтың сағылышы булып мәсет балҡып ултыра. Ул алтын приискылары хужалары ағалы-ҡустылы Рәмиевтар тарафынан 1879 йылда төҙөлә. Мәсеттең имамы итеп Хөснөтдин ишан Мөхәммәтов ҡуйыла. Әйткәндәй, тап ошо ишан тарафынан ауыл мәктәбенә лә нигеҙ һалына. Артабан ул осорҙа 24 хәҙрәт хеҙмәт итеп китә.

Әле мәсеттә имам-хатип булып Хафиз Баймөхәмәтов эшләй. Әйткәндәй, ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанған оло йөрәкле кеше ул. Хафиз Ирмәк улы сығышы менән ошо ауылдан. Ете балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Атаһы Ирмәк “Ирәндек” совхозында малсы булып эшләй. Әсәһе Хәйриямал дини кеше була. Хафиз мәктәпте тамамлағас, “Ирәндек” совхозында тракторсы булып эш башлай. 15 йыл эшләгәндән һуң совхоз тарҡала. Мәктәпкә завхоз булып эшкә төшә. Унан ҡарауылсы булып күсә, ҡыштарын мәктәпте йылыта. Рәсми рәүештә әле лә ул мәктәптә эшләй. Эштән буш ваҡыттарын мәсеттә үткәрә.

Бала саҡтан күңеле дингә тартыла. Тәүге дини белемде ул Сибайҙа ала. Унан Өфөлә Мәрйәм Солтанова исемендәге “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә ситтән тороп уҡый. 7-8 йыл мөьәзин булып йөрөй. Бына өс йыл инде тыуған ауылындағы мәсеттең имамы.

– Минең дингә килеүемдә әсәйем сәбәпсе булды. Бала саҡты уйлаһам, әсәйемдең намаҙ уҡып ултырғаны күҙ алдына килеп баҫа. Үҫмер сағымда ояла-ояла тәүге тапҡыр мәсеткә барырға тура килгәне әле лә хәтерҙә. Тиҙҙән үҙем дә намаҙға баҫтым.

Имам булып Хафиз Ирмәк улы хеҙмәт итә башлаған осорҙа мәсеткә 3-4 кеше генә даими йөрөгән була. “Халыҡты мәсеткә хикмәт менән ылыҡтырырға кәрәк. Туҡтауһыҙ һөйләнгән вәғәз-дәғүәттәр үҙ һөҙөмтәһен бирә ул. Ҡөрьәндә лә бит: “Дингә күркәм холоҡ һәм әҙәп менән өндәгеҙ”, тип әйтелә”, – ти ауылдың имам-хатибы. Тиҙҙән изге күңелле имамға башҡалар ҙа эйәрә. Бергәләшеп мәсетте төҙөкләндерә башлайҙар. Башта күмәк көс менән евротәҙрәләр ҡуялар. Газ менән йылытыуға күсерәләр. Һыу ҙа төшөрәләр. Эстән стенаһын матур итеп көпләйҙәр, түбәһен яңырталар. Мәсеткә йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар араһынан кассир һайлап ҡуялар. Халыҡтан йыйылған аҡсаға ла, хәйер-саҙаҡаға ла иҫәп алып бара ул.

– Диндә хәйер-саҙаҡаны күрһәтеп бирергә ярамай. Уның сауабы булмай. Уң ҡулың биргәнде – һул ҡулың күрмәһен, тигән халыҡ әйтеме бар. Ихласлыҡ менән бирелгәндең әжер-сауабы ҙур була. Бына ошо мөмбәрҙе Сибайҙан бер дин ҡәрҙәшебеҙ бүләк итте, тик исемен әйтергә ҡушманы, – тип Хафиз Ирмәк улы мөмбәргә төртөп күрһәтте.

Сер түгел, ауылдарҙа юлдан яҙып барған, хәмер ҡолона әүерелгән кешеләр бар. Уларҙың күбеһе эш юҡлыҡҡа һылтана, тормош ауырлыҡтарына зарлана. Бындайҙар тураһында ауылдың имамы былай ти:

– Әгәр мәсеткә иҫерек кеше килеп инә икән, тимәк, ул Аллаһы Тәғәлә тарафынан һынау өсөн ебәрелгән. Мин, ғәҙәттә, ундайҙар менән ихлас һөйләшергә тырышам. Ултыртып вәғәздәр уҡыйым. Намаҙ уҡыған саҡта ситтән күҙәтергә ҡушам. “Тәһәрәтең булмағас, ярамай”, – тип аңлатам. Эскелек – ул сир. Ҡайһы саҡ дауаһы кешесә мөнәсәбәт булыуы ла ихтимал. Ышанаһығыҙмы, һуңынан бындай кешеләрҙең күҙҙәре йәшләнеп сығып китә. Изгелек насарлыҡты һәр саҡ еңә. Әле мәсеткә ун дүрттән ашыу кеше йөрөй. Берәмләп көн һайын дежурлыҡ итәләр. Халыҡты ҡабул итәләр, аҙан ҡысҡыралар (аудио яҙма бында ҡулланылмай), намаҙ уҡыйҙар. “Хәҙер беҙҙең ауылда хатта төндә лә аҙан яңғырай!” – тиҙәр ауылдаштары һөйөнөп.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: