

- Аятҡа кемгә әйтәбеҙ?
-Әлбиттә, Рәшит муллаға...
Ҡаланың ғына түгел, районыбыҙҙың да күп ғаиләһе аят уҡытырға, йыназа ҡылырға, никах уҡырға, бәпескә исем ҡушырға – бар Ҡөрьән ғәмәлдәрен башҡарырға нәҡ Рәшит олатайҙы саҡырыр ине. Мин олатайҙы бала саҡтан күреп-белеп үҫтем. Сөнки атайым мәрхүм һәм әсәйем бар аяттарға уны һәм уның хәләл ефете Флүрә Сабир ҡыҙын саҡырыр ине. “Мулла бабайҙар шулай күңелсәк кенә була икән”,-тип уйлағаным хәтерҙә. Сөнки Рәшит олатай әллә ҡайҙан сәләмләп, йылмайып килеп инер ине. Кеҫәһендә беҙгә – бала-саға өсөн һәр саҡ тәмлекәсе лә булды. Инәй йорт хужабикәһенә күстәнәсен тотторһа, Рәшит олатай биргән кәнфиттәр тик беҙҙең кеҫәгә төшә. Мулланың һөйләгәндәрен икенсе бүлмәнән булһа ла, ауыҙ асып тыңлайбыҙ. Яғымлы, матур тауыш менән бик күп фәһемле ваҡиғаларҙы бәйән итер ине ул. Йылдар үтте. Хәҙер инде үҙебеҙҙең балалар Рәшит олатайҙың кәнфиттәренә һыйлана, ә беҙ өҫтәл артына ултырып яратҡан муллабыҙҙың вәғәздәрен тыңлайбыҙ.
Бер көн шулай исем ҡушыу байрамында осраштыҡ. Рәшит олатай йәштәрҙән бәпескә ниндәй исем ҡушырға теләгәндәре тураһында һораны. Йәш ата-әсә беҙҙең милләт һәм дин өсөн ят исемде яңғыратты. Рәшит олатай матур ғына йылмайҙы ла, һөйләп алып китте: “Бер кешенең түҙемһеҙлек менән көткән балаһы донъяға килгән. Эй сабыйына донъялағы иң матур, иң шәп исемде ҡушҡыһы килә ти тегенең. Тик бер исем дә оҡшамай. “Кешелә булмағаны булһын” тип ныҡыша икән. Ҡатыны янына бала табыу йортона килеп, тәҙрә төбөндә торғанда санитарҙар һөйләшкәнен ишеткән. Улар: “Инфекция таралып бара, йыуыр кәрәк”,-тип һөйләшә икән. Ир “инфекция” тигәнде генә ҡабул иткән дә, ҡыуанып киткән: “Бына бит ниндәй шәп исем буласаҡ! Инфекция, минең ҡыҙымдың исеме Инфекция!”-тип ҡысҡыра икән. Шуға күрә, йәштәр, исемдең мәғәнәһе булырға тейеш. Үҙегеҙ аңламаған исемде бәләкәскә ҡушыу дөрөҫ булырмы? Теге донъяла һеҙ сабыйығыҙға ҡушҡан исем өсөн дә яуап тотасаҡһығыҙ”.
Йәштәр аптырап берсә муллаға, берсә ата-әсәһенә ҡараны. Күмәкләп матур башҡорт исемен һайланылар. Рәшит олатайға бәйле шундай хәл-ваҡиғалар бик күп булды. Ул бер ҡасан да кешенең йөҙөн йыртманы. Нимәлер оҡшамаһа, шул хаҡта кинәйәле ваҡиға һөйләй башлай. Кеше үҙенә ҡағылғанын аңлай һәм төҙәлә ине. Ә күпме кеше Рәшит олатайға ярҙам һорап мөрәжәғәт итте! Ғаилә психологы булды ул. Тик бер ҡасан да “һин шундай, һин бындай” тип битәрләмәне. Рәшит олатайҙың һәр кешене бар күңеле менән яратыуы һәм нисек бар, шулай ҡабул итеүе мине һәр саҡ ғәжәпләндерҙе һәм һоҡландырҙы. Уның кешеләрҙе лә, бар тереклекте лә, донъяны ла балаларса саф күңел менән яратыуы башҡаларҙы үҙенә ылыҡтырҙы. Рәшит олатайҙың ауыҙынан кемделер яманлап, ниндәйҙер ваҡиғаны әрләп бер һүҙ сыҡманы. Барыһын да ҡабул итеп, үҙенсә матур итеп аңлатыр ине. Шуға күрә уны аяттарҙа күреү үҙе бер бәхет һәм онотолмаҫ ваҡиға булды.
Атайым мәрхүм булып ҡалғас та әсәйебеҙ аят уҡырға Рәшит олатайҙы ғына саҡырҙы. Яҡын кешебеҙҙе юғалтыу ҡайғыһын ауыр кисереүебеҙҙе һиҙә ине олатай. Шулай бер аятта: “Шунан, Салауат ҡоҙа керәме төшөңә?”-тине. Әсәйем юҡ икәнлеген белдереп баш сайҡаны. Рәшит олатай: “Салауат ҡоҙа теге донъяла ла ит турап тик йөрөйҙөр ул. Ваҡыты юҡтыр”,--тине йылмайып. Уның еңелсә шаяртыуынан барыбыҙға ла рәхәт булып ҡалды. Сөнки атайыбыҙ мәрхүм һәр ҡунаҡта итте үҙе тураны. Башҡа ергә барһалар ҙа итле табаҡ уның алдына ҡуйылып: “Салауат ағай (ҡоҙа, еҙнәй...) һин тураған ит тәмле була”,-тигән һүҙҙәр яңғырар ине. Рәшит олатай беҙҙең хәтергә шуны төшөрөп, уны мәңгелек донъя менән бәйләп, ҡайғылы күңелдәребеҙҙе тынысландырып ҡуйҙы.
Һәр аятта өҫтәл һыйҙан һығыла. Башҡорт йолаһына ярашлы, ҡыҫтау-һоғондоу ҙа бар. Рәшит олатайҙы шулай ҡыҫтай башлаһаң: “Балалар, ашҡаҙанда һауаға ла, һыуға ла урын ҡалырға тейеш”,-тип матур итеп баш тартыр ине. Уның һүҙҙәре башҡаларға ла йәшерен файҙалы кәңәш кеүек яңғыраны.
Рәшит олатайҙы юғалтыуыбыҙҙы һуң ишеттем. Күңел моңһоуланып китте. Улар хәләл ефете менән 63 йылға яҡын бергә-бергә татыу, матур ғүмер итте, үҙҙәре кеүек игелекле-изгелекле балалар үҫтерҙе. Рәшит Әхмәт улы Усмановтың бала, үҫмер осоро ауыр заманға тура килһә лә, ул был тормошта үҙ урынын табып, ҡайҙа ғына эшләһә лә (АТП, ДОСААФ – ул уҡытҡан курсанттар әле лә рәхмәт һүҙҙәрен уҡый, машзавод), тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ була. Өс тиҫтә йылдан ашыу Рәшит олатай халыҡҡа иман нурҙарын таратты. Уны тыңлап йәшәге, көлгө, йылмайғы килә торғайны. Флүрә инәй ҙә тормош иптәшенә тоғро юлдаш булып, бала саҡтан күп һынауҙарҙы кисереп, көслө рухлы, эшһөйәр булыуы менән барыһына ла үрнәк.
Яҡтылыҡ һәм яҡшылыҡ илсеһе булған Рәшит олатай Усманов халыҡтың күңелендә мәңге йәшәсәгендә шигем юҡ. Яңыраҡ бер аятта “Рәшит олатай һөйләгән күк яулыҡты һөйләйем”, тиҙәр. “Бер бабайҙың өс ҡатыны булған. Үҙ-ара талаша ла китәләр икән. Бабай быларҙың өсөһөнә лә күк яулыҡ алып биргән дә, һәр береһенә: “Мин һине генә яратам, тик был беҙҙең серебеҙ булһын”,-тигән. Ҡатындары талашып китһә, бабай: “Күк яулығым кемдәлер, минең күңелм шундалыр”,-тип йырлай икән. Өс ҡатын да үҙенә йыр бағышлана икән тип әрләшеүҙән шып туҡтай икән”.
Ғәрәп телен өйрәнеп, артабан халыҡҡа иман нурҙары менән бергә, алтынға бәрәбәр кәңәштәрен таратҡан Рәшит олатайҙы һағынмаған кеше юҡтыр. Тыныс йоҡлаһын яҡтылыҡ илсеһе!
Гүзәл Иҫәнгилдина.