Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
18 Июль 2021, 10:10

ҠОРБАН САЛЫУ ӘҘӘБЕ

Ҡорбан салырға ниәтләгән кешегә барыһын да үҙенә башҡарыу яҡшыраҡ...

Байрамға ике-өс көн ҡалғас, ҡорбанлыҡ хайуанды бүтән малдан айырып алып, уны айырым урында тотоу, яҡшы итеп ашатыу.

Ҡорбан салырға ниәтләгән кешегә барыһын да үҙенә башҡарыу яҡшыраҡ.

Мал алдында бысаҡ үткерләмәү.

Ҡорбанды бүән мал күреп ҡалырлыҡ урында салмау.

Хайуанды ҡиблаға ҡаратып, һул яғы менән ятҡырыу.

Салыусы кешенең дә йөҙө менән ҡибла тарафына ҡарап ултырыуы яҡшы.

Малдың өс аяғын бәйләү. Бер артҡы аяғын, иттән күберәк ҡан сыҡһын өсөн, бәйләмәй ҡалдырыу.

Салырҙан алда “Аллаһүммә иннә саләти үә нүсүки үә мәхйәйә үә мәмәти лилләһи раббил-ғәләминә ләә шәрикә ләһ. Аллаһүммә тәкәббәл һәҙиһил-үдхиййәтә” тип доға ҡылырға. Мәғәнәһе: “Эй, Аллаһ минең намаҙым үә ғибәҙәттәрем үә тереклегем һәм үләсәгем барса ғаләмдең хужаһы булыусы Аллаһы Тәғәлә өсөн Уның ҡөҙрәтендәлер. Ул Аллаһы Тәғәләнең һис тиңе юҡтыр. Эй, Аллаһ ошо ҡорбанымды фәлән-фәлән улынан йәки фәлән ҡыҙынан ҡабул итеп алһаң ине.

Шунан һуң ҡулға бысаҡ алып: “Бисмилләһ, Аллаһу Әкбәр! Йә Раббым, был фәлән фәләндән” тип ҡорбанлыҡ хайуанды тиҙ генә матур итеп салыу кәрәк.

Ҡорбан салғандан һуң түбәндәге доғаны уҡыу: “Йә Аллаһ, был ҡорбанды үҙеңдең һөйөклө Мөхәммәтеңдән һәм дуҫың Ибраһимдан ҡабул иткәнең кеүек ҡабул ит. Амин!”

Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин, райондың имам-мөхтәсибе.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: