Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Дин һәм иман
7 Мая 2021, 18:12
Ҡәҙер кисе
Дини китаптарҙа әйтелеүенсә, Ҡәҙер кисе бүтәндәренә оҡшамаған. Быйыл ул 8 майҙан 9 майға ҡараған төндә буласаҡ, тип күҙаллана. Был кис ныҡ яҡты була, ай һәм йондоҙҙар сағыуыраҡ балҡый, еләҫ ел иҫә. Бындай илаһилыҡтан әҙәм балаһы һүҙ менән әйтеп аңлата алмаҫлыҡ кинәнес кисерә, уҡыған намаҙҙарынан айырыуса ҙур рәхәтлек ала, күңелендә иман арта.#һаҡмар_доға
Дини китаптарҙа әйтелеүенсә, Ҡәҙер кисе бүтәндәренә оҡшамаған. Быйыл ул 8 майҙан 9 майға ҡараған төндә буласаҡ, тип күҙаллана. Был кис ныҡ яҡты була, ай һәм йондоҙҙар сағыуыраҡ балҡый, еләҫ ел иҫә. Бындай илаһилыҡтан әҙәм балаһы һүҙ менән әйтеп аңлата алмаҫлыҡ кинәнес кисерә, уҡыған намаҙҙарынан айырыуса ҙур рәхәтлек ала, күңелендә иман арта.
Ҡәҙер кисендә фәрештәләр ергә төшөп, фарыз ғәмәл-ғибәҙәттәрҙе үтәгән – намаҙҙа, зекерҙә булған, ата-әсәһенә ихтирам-хөрмәт күрһәткән иманлыларға доға ҡыла. Изге мәлде ғибәҙәткә бағышлаған әҙәм балаларына әжер-сауап мул яҙыла. Фәрештәләр менән бергә ергә изгелек, бәрәкәт һәм мәрхәмәт төшә.
Ошондай мәлдә мосолман йоҡлап ҡалмаҫ, тиелә дини китаптарҙа, изге төндөң бөйөклөгөнә ихлас ышаныу, гонаһтарҙың кисерелеренә өмөтләнеү киләһе көндәргә бәрәкәт өҫтәр.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"