Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
12 Апрель 2021, 10:00

Ураҙала ниҙәр тыйыла?

Сәхәрҙә һәм ифтарҙа күп ашауҙан һаҡла­ны­ғыҙ. “Әҙәм балаһы үҙ ҡарынынан да яма­ныраҡ һауыт тултырмай”, – тигән Пәйғәм­бәребеҙ.Аҡыллы кеше йәшәү өсөн ашай, ә кире­һенсә түгел. Әммә бәғзеләр Рамаҙан айында аҙыҡ бешереү йәһәтенән бөтөн сиктәрҙе уҙҙырып ебәрә, хатта был эшкә сәнғәт төрө кеүек ҡарай башлай...

Рамаҙандың тәүге изге кисендә йәстү намаҙынан һуң беренсе тәрәүих уҡыла. Был ғәмәлде мәсеткә йыйылып, йәмәғәт менән бергә башҡарыу айырыуса сауаплы һанала.
Ғибәҙәтте үтәгәндә файҙаһыҙ, әҙәпһеҙ һүҙ һөйләү; ике көн буйы ифтар ҡылмайынса ураҙа тотоу; мунсала оҙаҡ ултырыу; бәләкәй генә булһа ла дарыу йотоу; енси яҡынлыҡ ҡылыу һ.б. тыйыла. Яңылыш һыу йотһаң, ауыҙыңа ҡар, ямғыр тамсыһы инһә, сәхәрҙе һуң ашаһаң, иртәрәк ауыҙ асһаң, ғибәҙәт боҙолор. Ундай көндәр өсөн Рамаҙандан аҙаҡ ураҙа тоторға кәрәк булыр.
Был айҙа ауыҙ астырыу йәки ифтар ҡыл­дырыу изге ғәмәлдәрҙән һанала. “Ундайҙарға Аллаһ Тәғәлә сират күперен үтеүҙе еңеләй­тер”, – тиелә хәҙистә. Шулай уҡ “Әгәр ҙә ки кемдер ураҙа тотоусынан ауыҙ астырһа, уны фәрештәләр Рамаҙан айы буйы данлар, Ябраил ғәләйһис-сәләм Ҡәҙер кисендә сәләмләп ҡаршы алыр”, – тип әйтелә.
“Эй, Аллаһ илсеһе! Әгәр бәғзе берәүҙең ураҙа тотҡан кешенән ауыҙ астырыу өсөн ашатырға ризығы булмаһа, нимә эшләргә?” – тип һораған сәхәбәләр Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән. Пәйғәмбәребеҙ шулай яуаплаған: “Бер йотом һөт, уныһы ла булмаһа, уртлам һыу бирһен”. Ауыҙҙы тоҙ менән асырға мөм­кин. Шулай ҙа һыу ҡулланыу яҡшыраҡ һанала. Емеш, айырыуса хөрмә менән асыу ҙа һәйбәт.
Сәхәрҙә һәм ифтарҙа күп ашауҙан һаҡла­ны­ғыҙ. “Әҙәм балаһы үҙ ҡарынынан да яма­ныраҡ һауыт тултырмай”, – тигән Пәйғәм­бәребеҙ.
Аҡыллы кеше йәшәү өсөн ашай, ә кире­һенсә түгел. Әммә бәғзеләр Рамаҙан айында аҙыҡ бешереү йәһәтенән бөтөн сиктәрҙе уҙҙырып ебәрә, хатта был эшкә сәнғәт төрө кеүек ҡарай башлай. Тотош көнөн ризыҡ әҙер­ләүгә бағышлап, ҡайһы бер хужабикә­ләрҙең Аллаһ Тәғәләне иҫкә алырға ла ваҡы­ты ҡалмай. Был Рамаҙанда бүтән айҙарға ҡарағанда аҙыҡҡа аҡсаны күберәк сарыф итеүгә килтерә. Һөҙөмтәлә ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары көсәйеүе, һимереүгә юл асылыуы ихтимал. Ифтар мәлендә ныҡ күп ашап, саманан тыш шыйыҡлыҡ эскәндәр тәрәүих намаҙын шул тиклем ауыр үткәрә, хатта тәүге ике рәҡәғәттән һуң уны артабан дауам итә алмай.
Фото: imgirl.ru

https://bash.rbsmi.ru/articles/iman/ura-ala-ni-r-tyyyla/
Читайте нас: