Дин һәм иман
1 Апреля 2021, 07:16

Ҡыҙ балалар сыҡты бәйгегә

Ярыш 3 йәш төркөмөндө барҙы һәм унда балалар ислам, иман, әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү, сүрә һәм доғаларҙы ятлау буйынса үҙҙәренең белемдәрен күрһәтте. Иң бәләкәй төркөмдә (4-7 йәшлектәр) Мерәҫ ауылынан Мәҙинә һәм Мәрйәм Таһировалар, Баймаҡтан Сафия Мортазина еңеп сыҡты. Урта төркөмдә (8-11 йәшлектәр) Баймаҡтан Диниә Хәсәнова, Иҫке Сибайҙан Илзидә Илғыуатова һәм Баймаҡтан Фатима Рәхимова призлы урындарҙы яуланы. Өлкән төркөмдә (11-16 йәшлектәр) Баймаҡтан Ҡариә Хәсәнова, Иҫке Сибайҙан Гүзәлиә Алсынова һәм Төркмәндән Динара Йәнтүрина иң күп балл йыйҙы. Иң яҡшы һөҙөмтәгә ирешкән балалар велосипед, кәрәҙле телефон һәм башҡа ҡиммәтле приздар алып һөйөндө.

Билдәле булыуынса, 21 мартта Баймаҡта “Нәсихәт” мәсетендә ир балалар араһында “Иман нуры” район конкурсы үткәйне. Ә үткән йәкшәмбе иһә ошондай кимәлдәге бәйге ҡыҙ балалар араһында ойошторолдо. Унда ауылдарҙа һәм ҡалала үткән һайлап алыу турҙарында еңеүселәр көс һынашты.
Малайҙарҙан айырмалы рәүештә, ҡыҙ балалар араһында “Иман нуры” бәйгеһендә ҡатнашырға теләүселәр икеләтә күп булып сыҡты – барлығы 46 конкурсант абруйлы баһалама комиссияһы алдында һынау тотто. Ярыш 3 йәш төркөмөндө барҙы һәм унда балалар ислам, иман, әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү, сүрә һәм доғаларҙы ятлау буйынса үҙҙәренең белемдәрен күрһәтте. Иң бәләкәй төркөмдә (4-7 йәшлектәр) Мерәҫ ауылынан Мәҙинә һәм Мәрйәм Таһировалар, Баймаҡтан Сафия Мортазина еңеп сыҡты. Урта төркөмдә (8-11 йәшлектәр) Баймаҡтан Диниә Хәсәнова, Иҫке Сибайҙан Илзидә Илғыуатова һәм Баймаҡтан Фатима Рәхимова призлы урындарҙы яуланы. Өлкән төркөмдә (11-16 йәшлектәр) Баймаҡтан Ҡариә Хәсәнова, Иҫке Сибайҙан Гүзәлиә Алсынова һәм Төркмәндән Динара Йәнтүрина иң күп балл йыйҙы. Иң яҡшы һөҙөмтәгә ирешкән балалар велосипед, кәрәҙле телефон һәм башҡа ҡиммәтле приздар алып һөйөндө.
Конкурсанттарҙы һәм уларҙы бәйгегә әҙерләгәндәрҙе Баймаҡ районы һәм ҡалаһының имам-мөхтәсибе Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин һәм Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Азамат Мөхәмәтшин тәбрикләне һәм бындай бәйгеләрҙең әһәмиәте ҙур булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, конкурсты артабан да әүҙем дауам итергә саҡырҙы. Әйткәндәй, ошо арала “Иман нуры” конкурсы Баймаҡта Урал аръяғы райондары өсөн дә ойоштороласаҡ.
Читайте нас