Һаҡмар
+23 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
23 Март 2021, 16:48

“Иман нуры”

Үткән йәкшәмбе “Иман нуры” конкурсының район этабы, Баймаҡ ҡалаһының “Нәсихәт” мәсетендә үтте, унда зоналарҙа еңгән ир балалар йыйылды – барлығы 27 конкурсант абруйлы баһалама комиссияһы алдына баҫты. Балалар ислам, иман, әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү, сүрә һәм доғаларҙы ятлау буйынса үҙҙәренең белемдәрен күрһәтте. Конкурс өс номинация буйынса баһаланды. Береннсе номинацияла – Ҡолсоранан Ильяс Мөхәмәтйәнов, Төркмәндән Ибраһим Бикеев, Икенсе Этҡолдан Инсаф Алсынов, икенсе номинацияла – Икенсе Этҡолдан Мөхәмәт Хисаметдинов, Баймаҡтан Ильяс Валишин, Мерәҫтән Рамаҙан Әйүпов, өсөнсө номинацияла – Баймаҡтан Мөслим Вәхитов һәи Хәниф Ғәрәфетдинов, Аҡтауҙан Ибраһим Бикбирҙин иң күп мәрәй йыйып, бәйгенең еңеүселәре булып танылды. Уларға һәм ҡатнашыусыларҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың ислам диненә ныҡлап ылығыуы, кешеләрҙең күпләп иман юлына баҫыуы күҙәтелә. Йәштәрҙең һәм балаларҙың дини тәғлимәтте үҙләштереүе айырыуса ҡыуаныслы. Был тәңгәлдә “Иман нуры” конкурсын үткәреү ҙур әһәмиәткә эйә.
Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы былтыр балалар араһында “Иман нуры” бәйгеһен ойоштороу маҡсатында Баймаҡ районы мөхтәсибәтенә мөрәжәғәт иткәйне. Һәм ул Ҡоролтайҙың эш планына ла индерелде. Әммә коронавирус менән бәйле хәл арҡаһында был конкурсты үткәреү мөмкинлеге булманы.
Үткән аҙналарҙа район ауылдарында “Иман нуры” конкурстары ойошторолоп, уларҙа еңеүселәр Баймаҡта үтәсәк мәртәбәле бәйгегә һайлап алынды.
Әйтергә кәрәк, һайлап алыу турҙары айырыуса Ҡолсора, Түбәнге Иҙрис, Түбә, Һаҡмар, Беренсе Этҡол, Сыңғыҙ, Таулыҡай ауылдарында ойошҡанлы үтте, был тәңгәлдә урындарҙағы имам-хатиптар мөҡәддәс һәм изге эш атҡарып сыҡты.
Үткән йәкшәмбе “Иман нуры” конкурсының район этабы Баймаҡ ҡалаһының “Нәсихәт” мәсетендә үтте, унда зоналарҙа еңгән ир балалар йыйылды – барлығы
27 конкурсант абруйлы баһалама комиссияһы алдына баҫты. Балалар ислам, иман, әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү, сүрә һәм доғаларҙы ятлау буйынса үҙҙәренең белемдәрен күрһәтте. Конкурс өс номинация буйынса баһаланды. Беренсе номинацияла – Түбәнге Иҙристән Ильяс Мөхәмәтйәнов, Төркмәндән Ибраһим Бикеев, Әбделкәримдән Инсаф Алсынов, икенсе номинацияла – Икенсе Этҡолдан Мөхәмәт Хисаметдинов, Баймаҡтан Ильяс Вәлишин, Мерәҫтән Рамаҙан Әйүпов, өсөнсө номинацияла – Баймаҡтан Мөслим Вәхитов һәм Хәниф Ғәрәфетдинов, Аҡтауҙан Ибраһим Бикбирҙин, иң күп мәрәй йыйып, бәйгенең еңеүселәре булып танылды. Уларға һәм ҡатнашыусыларҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ҡөрьәнде иң тасуири уҡығаны өсөн Ильяс Вәлишин махсус призға – электрон Ҡөрьән китабына лайыҡ булды.
Тантанала Баймаҡ районы һәм ҡалаһының имам-мөхтәсибе Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин һәм Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Азамат Мөхәмәтшин сығыш яһап, “Иман нуры” конкурсының балаларға дини тәрбиә биреүҙәге өлөшөн юғары баһаланы, бындай кимәлдәге бәйгене артабан йылына ике тапҡыр үткәрергә ҡарар итте. Әйткәндәй, апрель айында ошондай уҡ конкурс Урал аръяғы райондары өсөн тап Баймаҡта ойоштороласаҡ.
28 мартта иһә ҡыҙ балалар бәйгегә сыға. Конкурсанттарҙы “Нәсихәт” мәсетендә көтөп ҡалабыҙ!
Читайте нас: