Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
25 Февраль 2021, 11:50

Көслө ел сыҡҡанда уҡыла торған доға

Буран сыҡҡанда өйҙә генә ҡалырға ине лә ул. Әммә төрлө сәбәптәр менән юлға сығырға тура килә шул. Шул ваҡытта ошо доғаны уҡығыҙ.

Буран сыҡҡанда өйҙә генә ҡалырға ине лә ул. Әммә төрлө сәбәптәр менән юлға сығырға тура килә шул. Шул ваҡытта ошо доғаны уҡығыҙ.
«Алла́һүммә! Иннии әс-әлүкә хайраһәә, үә хайра мәә фииһәә, үә хайра мәә үрсиләт биһ. Үә әғү́ҙү бикә миң шәрриһәә, үә шәрри мәә фииһә үә шәрри мәә урсиләт биһ».
«Йә Аллаһ! Дөрөҫлөктә, мин Һинән уның хәйерле булыуын, ул алып килгән һәм уның менән ебәрелгән нәмәнең хәйерле булыуын һорайым. Һәм уның яуызлығынан, ул алып килгән һәм уның менән ебәрелгән нәмәнең яуызлығынан Һиңә һыйынам!».

Аллаһ рәсүленән ﷺ шундай хәҙис риүәйәт ителә: «Елдең рәхмәт тә, ғазаптар ҙа килтереүе ихтимал. Шуға күрә ел сыҡҡанын күрһәгеҙ, уны әрләмәгеҙ, ә Аллаһтан уның хәйерле булыуын һорағыҙ һәм уның насарлығынан Аллаһҡа һыйынығыҙ» (Мөслим).
Читайте нас: