Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
6 Февраль 2021, 00:11

Район мәхәлләләре имамдары осрашты

Ҡунаҡтарҙы "Фатиха" мәсете ҡабул итте.

Ошо көндәрҙә Иҫке Сибай ауылының "Фатиха" мәсетендә Баймаҡ районы мәхәлләләре имамдары осрашты. Аллаға шөкөр, бөгөнгө көндә районыбыҙҙа ике тиҫтәнән ашыу мәхәллә иҫәпләнә, һәр ауылда иман йорттары эшләй, күркәм манараларҙан аҙан тауыштары яңғырай. Ғибәҙәтханаларға йәштәрҙең, үҫмерҙәрҙең һәм балаларҙың ылығыуы ҡыуаныслы хәл. Имам-мөхтәсиб Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин рәйеслек иткән сарала уҙған йылда мәхәлләләрҙә атҡарылған эштәргә йомғаҡтар яһалды һәм баһа бирелде. Шулай уҡ киләсәктә эшләнәһе эштәр хаҡында кәңәшләштеләр Һүҙ, асылда, мәсеттәрҙең эшмәкәрлеген йәнләндереү, ауылдар тормошонда әүҙем ҡатнашыу, дин юлына күберәк кешеләр йәлеп итеү, имамдар өсөн тейешле шарттар булдырыу һ.б. хаҡында барҙы. Сер түгел, хәҙер имам вазифаһын күберәк йәш дин әһелдәре атҡара һәм улар күп йәһәттән социаль яҡлауға мохтаж. Бит уларҙың да ғаиләләре бар, балалар үҫтерәләр, ә хәйер-саҙаҡаға төшкән аҡса менән генә йәшәүе бик ауыр. Сөнки мәсеттәрҙе тотоу өсөн дә бик ҙур сығымдар тотонола. Сарала мәсетебеҙҙә аҙна һайын дини һабаҡтар биреүсе мөғәллимдәр Айнур хәҙрәт Буранғолов менән Флүрә абыстай Алсынбаеваларҙың изге эшенә ыңғай баһалар бирелде. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар мул табын артында ла динебеҙ, халыҡтың йәшәйеше, әҙәп һәм иман тураһында йәнле һөйләшеү алып барҙы.
Мотал Рәмов.
Читайте нас: