Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
28 Ғинуар 2021, 23:21

АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНӘН ЯРҘАМ ҺОРАП УҠЫЙ ТОРҒАН ДОҒА:

"Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.Әллааһүммә иннии әстәхыйрукә бигилмикә үә әстәкыдирукә бикудератикә үә әсьәлүкә миң фәд-ликәл-гәзыйм. Фәиннәкә тәкъдиру үә ләә әкыдиру үә тәгъләмү үә ләә әгъләмү үә әңтә гәләәмүл-гуйүбе. Әллааһүммә иң күңтә тәгъләмү әннә һәзәәл-әмр. Үә йәсәммии хәәҗә-тәһү хайрул-лии фии диинии үә мәгәшии үә гәәкыйбәти әмрии. Әү каалә: гәәҗилиһи үә әәҗилиһи. Фәкыдүрһү лии үә йәссирһү лии сүммә бәәрик лии фиһ. Үә иң күңтә тәгъләмү әннә һәзәәл-әмра шәррул-лии фии диинии үә мәгәшии үә гәәкыйбәти әмр. Әү каалә: гәәҗилиһи үә әәҗилиһи - фасрифһү гәннии үасрифнии гәнһү үәкъдүр лийәл-хайра хәйсү кәәнә сүммә әрдыйнии биһ".

Мәғәнәһе: "Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым. Эй, Аллаһы, Һинән Үҙеңдең белемең һәм Үзеңдең ҡеүәтең менән миңә ярҙам итеүеңде һорайым һәм миңә мәрхәмәтлек күрһәтеүеңде үтенәм, Һин быны эшләй алаһың, ә мин юҡ. Һин беләһең, ә мин — юҡ. Әй, Аллаһым, әгәр был эш (кеше теләген еткерергә тейеш) динем, тормошом өсөн яҡшы тамамланһа, миңә уны юлла. Уны тормошҡа ашырыу юлдарын еңеләйт, фатиха бир. Әгәр инде был эш динем, тормошом өсөн зарар килтерһә, уны башҡарыуҙан ситләштер. Ҡайҙа ғына булһам да, игелекле эштәргә дусар ит. Һәр эштән ҡәнәғәтлек тойғоһо алырға насип ит".

Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) әйткән: "Әгәр кем дә кем ниҙер эшләргә теләһә, ике рәҡәғәт нәфел намаҙы уҡыһын һәм үрҙәге доғаны ҡылһын".
Читайте нас: