Йома намаҙында ике хөтбә уҡылыр. Беренсе хөтбә — фарыз булған хөтбә. Икенсе хөтбә иһә — сөннәттер. Хөтбәне уҡыусы кеше (хатыйб) йома намаҙының элек сөннәтен мөнбәргә яҡын бер ерҙә, мөнбәрҙең ҡаршыһында уҡыр. Уҡып бөтөргәс әкрен генә мөнбәргә сығыр, йөҙө менән йәмәғәткә туп-туры ултырыр. Мәзин икенсе аҙанды әйтер.
Хатыйбтың мөнбәргә сыҡҡанда уҡыясаҡ доғалары тураһында пәйғәмбәребеҙҙән (ғәләйһис-сәләм) килгән риүәйәттәр юҡ. Ләкин хатыйбтың мөңбәргә матур кейем менән сығыуы, һәм мөнбәргә сыҡҡанда ҡайһы бер доғаларҙы уҡыуы урынлы һанала.
Хөтбәлә доғаларҙы уҡыу мәжбүри һаналмай. Хатыйб, бер ниндәй доға уҡымайса ла, бары тик «Бисмилләһ» тип кенә әйтеп мөнбәргә сыға һәм үҙе теләгән доғаларҙы уҡый ала.
Мәзин аҙан әйтеп бөтөрөүгә уҡыласаҡ беренсе хөтбә:
Аллаһы Тәғәләгә сикһеҙ маҡтауҙар булһын! Ул күктәрҙе һәм ерҙе, кешеләрҙе һәм еңдәрҙе барлыҡҡа килтергән; телдәргә күркәм, матур итеп һөйләү һәм аңлатыу мөмкинлеген биргән; тәүхид һәм иман әһелдәренең күңелдәрен дин һәм иман нурҙары менән нурландырған; тура юлға күрһәтеү, хаҡ дингә өйрәтеү һәм Ҡөръән аяттары менән өгөт-нәсихәт биреү өсөн пәйғәмбәрҙәр ебәргән. Бөйөк Аллаһы Тәғәлә Үҙе әйткән:
"Мәрхәмәтле Аллаһ. Ул Ҡөръәнде өйрәтте. Кешене барлыҡҡа килтерҙе. Ул кешегә һөйләү, уҡый-яҙыу, аңләу-аңлатыуҙы өйрәтте һәм уны хайуандарҙан юғары дәрәжәгә күтәрҙе."
Берҙәң-бер, тиңе булмаған Аллаһтан башҡа илаһ юҡлығына гуаһлыҡ бирәм. Ул гонаһ һәм хаталарҙы Кисереүсе. Мөхәммәд (ғәләйһис-сәләмгә) Уның ҡоло һәм дәлилдәр ... менән килгән пәйғәмбәре икәнлегенә гуаһлыҡ бирәм. Уның яҡындарына һәм барлыҡ сәхәбәләренә Аллаһының рәхмәте һәм сәләме булһын.
Йәннәттән таш атып ҡыуылған шайтандан Аллаһыға һыйынам. Ер өҫтөндә булған һәр йән эйәһе һәм һәр нәмә — юҡҡа сығыусы. Тик ихтирам һәм хөрмәт эйәһе булған Раббың ғына мәңге ҡалыусы. (Башҡортса вәғәз һөйләнә).
Вәғәзде һөйләп бөткәс ошолайыраҡ доға ҡылырға мөмкин:
«Бәәракәллааһү ләнәә үә ләкүм фил-ҡурьәәнил-ғәҙыйим, үә нәфәғәнәә үә иййәәкүм бил-әәйәәти үәҙҙикрил-хәкиим. Иннәһүү һүәл-ғәфүүрур-рахиимүл-жәвәәдүл-кәриимү дүғәә”.
Аллаһ беҙгә һәм һеҙгә бөйөк Ҡөръәндән бәрәкәт индерһен, уның аяттарынан һәм хикмәтле зекерҙәрҙән файҙа бирһен. Ысынлыҡта, Ул гонаһтарҙы Ғәфү итеүсе. Мәрхәмәтле, киң күңелле. Хөрмәтле, доғаларҙы Ишетеүсе.
Имам ултырып берәй доға ҡыла ла, ары тороп баҫып, икенсе хөтбәне уҡый:
„Иннәл-хәмдә лилләәһи нәхмәдүһүү үә нәстәғиинүһүү үә нәстәғфируһүү үә нүьминү биһии үә нәтәүәккәлү ғәләйһ, үә нәғүүҙү билләәһи мин шүруури әнфүсинәә үә мән сәййи'әәти әғмәәлинәә, мән йәһдиһилләәһүү фәләә мүдыллә ләһ, үә мән йүдълил фәләә һәәдийә ләһ, үә әшһәдү әлләә иләәһә илләллааһү үәхдәһүү ләә шәриикә ләһ, үә әшһәдү әннә мүхәммәдән ғәбдүһүү үә расүүлүһ. Иннәллааһә үә мәләә'икәтәһүү йүсаллүүнә ғәлән-нәбийй. Йәә әййүһәлләҙиинә әәмәнүу саллүү ғәләйһи үә сәллимүү тәслиимәә. Аллааһүммә салли ғәләә Мүхәммәдин үә ғәләә әәли Мүхәммәд, үә ғәләә жәмииғиль-әнбийәә'и үәл-мүрсәлиин. Үә ғәләә мәләә'икәтикәл- мүкаррабиин үә, ғәләә әһли таағәтикә әжмәғиинә мин әһлис-сәмәәүәәти үәл-әрадыын, үәрхәмнәә мәғәһүм, үәхшүрнәә мәғәһүм бирахмәтикә йәә әрхмәр-раахимиин“.
(Аллаһы Тәғәләгә барлыҡ маҡтауҙар булһын. Унан ғына ярҙам һәм гонаһтарҙы ғәфү итеүен һорайбыҙ. Уға иман килтерәбеҙ һәм барлыҡ эштәребеҙҙә Уға тапшырылабыҙ. Үҙебеҙҙең яманлыҡтарыбыҙҙы һәм ғәмәлдәребеҙҙең насарлығынан Аллаһыға һыйынабыҙ. Аллаһы Тәғәлә тура юлға күндергән кешене кем дә юлдан яҙҙыра илмаҫ, Аллаһ юлдан яҙҙырған кешене кем дә тура юлға күндерә алмаҫ. Берҙән-бер, тиңе булмаған Аллаһтан башҡа илаһ юҡлығына һәм Мөхәммәд Уның ҡоло һәм пәйғәмбәре икәнлеген гуаһлыҡ бирәм.
»Ысынлыҡта, Аллаһ һәм Уның фәрештәләре Пәйғәмбәргә (ғәләйһис-сәләмгә) салауат әйтә, эй иман килтереүселәр, һеҙ ҙә уға салауат әйтегеҙ".
Аллаһым, Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә һәм уньщ яҡындарына, намаҙ уҡыусылар һәм ураҙа тотоусылар һаны ҡәҙәр рәхмәтең һәм сәләмең булһын! Аллаһым, Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә һәм уның яҡындарына, ултырып һәм баҫып тороусылар һаны ҡәҙәр рәхмәтең һәм сәләмең булһын! Уға һәм барлыҡ пәйғәмбәрҙәргә һөйөклө фәрештәләргә, ер һәм күктәрҙә булған барлыҡ итәғәтлеләре Аллаһының рәхмәте һәм сәләмдәре булһын! Улар менән беҙгә лә рәхмәтеңде бир, беҙҙе лә улар менән Үҙенең рәхмәтеңдә бергә ҡылһаң ине, йә рәхимлеләрҙең Рәхимлеһе!)
1. Хөтбә алдынан “Әғүҙү” не әйтеү
2. Хөтбәне хәмде, йәғни Аллаһ Тәғәләне маҡтау менән башлау
3. Аллаһы Тәғәләне ололау һүҙҙәре әйтеү
4. Шәһәдәт әйтеү: “Ләә иләәһә иллаллааһ, Мөхәммәдәр расүүлүллааһ”
5. Салауат әйтеүҙе
6. Хөтбәлә Аллаһ Тәғәләнең һүҙҙәрен иҫкә төшөрөү
7. Ҡөръән уҡыу булырға тейеш (берәй аят)
8. Ике хөтбә араһында аҙ ғына ултырып алыу тейешле
9. Икенсе хөтбәлә хәмед-ҫәнәне, йәғни Аллаһ Тәғәләне маҡтау һәм салауатты күп ҡабатлау
10. Доға уҡыу булырға тейеш
11. Хөтбәләр ҡыҫҡа һәм тиҙ уҡылмаҫҡа тейеш
Йома көнө мәсеттә халыҡ йома намаҙы уҡырлыҡ йыйылмаһа ла – хөтбәне уҡыу бик сауаплы һәм маҡтаулы ғәмәл. Беҙҙән башҡа унда фәрештәләр һәм әреуахтарҙа йыйыла. Хөтбә уҡып, шунаң һуң өйлә уҡыйһың. Ҡайһы берәүҙәр, бик булмаһа: “Әлхәмдүлилләәһи” не әйтеүҙә хөтбәне алмаштыра тиҙәр, әгәр йәмәғәт булмаһа.