Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
6 Ғинуар 2021, 13:00

Кәрәкле доғалар

Төндә йоҡо алмаған ваҡыттаЛә иләһә илләл-лаһүл-үәхтдүл-ҡаһһәрү раббүс-сәмәүәти үәл-әрҙи үә мә бәйнәһүмәл-ғәзизүл-ғаффәр.Мәғәнәһе: Берҙән-бер хаким, күктәрҙең һәм ерҙең, күктәр менән ер араһындағы бөтә булмыштарҙың Раббыһы, көс-ҡеүәт эйәһе, гонаһтарҙы кисереп тороусы Аллаһтан башҡа илаһ юҡ.Ауыр ҡайғыларға юлыҡҡанда...

Бурыстан ҡотолоу өсөн

Аллаһүммәкфинии бихәләәликә ғән харамикә үә әғнинии бифадликә ғәммән сиүәәк.

Мәғәнәһе: Аллаһым! Миңә хәләл малыңды харамға ҡарағанда етерлек итеп күп бир. Үҙеңдең рәхмәтең менән Һинән башҡаға мохтаж булыуҙан һаҡла.

Төндә йоҡо алмаған ваҡытта

Лә иләһә илләл-лаһүл-үәхтдүл-ҡаһһәрү раббүс-сәмәүәти үәл-әрҙи үә мә бәйнәһүмәл-ғәзизүл-ғаффәр.

Мәғәнәһе: Берҙән-бер хаким, күктәрҙең һәм ерҙең, күктәр менән ер араһындағы бөтә булмыштарҙың Раббыһы, көс-ҡеүәт эйәһе, гонаһтарҙы кисереп тороусы Аллаһтан башҡа илаһ юҡ.

Ауыр ҡайғыларға юлыҡҡанда

Иннә лилләһи үә иннә иләйһи ражиғүн. Аллаһүммәъжүр-ни фи мүсибәти үә әхлиф ли хайрам-минһә.

Мәғәнәһе: Беҙҙең бөтәбеҙ ҙә – Аллаһы Тәғәләнеке, ҡайтыр урыныбыҙ ҙа – Уға. Әй, Аллаһ, күргән ҡыйынлыҡтарымдың сауабын насип ит. Шуның әжере итеп яҡшылыҡ килтер.

Читайте нас: