Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
4 Ғинуар 2021, 22:30

Күҙ тейеүҙән һәм сихырҙан нисек һаҡланырға?

Уның өсөн...

– Күҙ тейеү, сихырҙан нисек һаҡланырға?
– Һәр ваҡыт бисмилла әйтеп йөрөргә кәрәк. Өйөнән бисмилла әйтеп сыҡҡан кешене 70 мең фәрештә һаҡлап йөрөр. Аллаһы Тәғәлә уларға, был кеше юлын Миңә тапшырҙы, уны өйөнә ҡайтып еткәнсе һаҡлағыҙ, тип әйтә. Ишектән сыҡҡанда ла, өйгә ҡайтып ингәндә лә, телефондан һөйләшә башлағанда ла бисмилланы әйтегеҙ. Телефон тигәндәй, хәҙер социаль селтәрҙәргә фотоһүрәттәрен эләләр. Шунан күҙ тейә. Өйҙә фотолар эленеп торорға тейеш түгел. Ундай йортта фәрештәләр булмай. Һәр саҡ тәһәрәтле йөрөгөҙ, Аллаһы Тәғәләне зекер итегеҙ, намаҙ уҡығыҙ. Һоҡланып ҡарағанда, сөбханалла һүҙен әйтегеҙ. Шәриғәт ҡушҡанса кейенегеҙ, был бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла. Йоҡлар алдынан ҡулдарығыҙҙы күтәреп, өс тапҡыр «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс»-те уҡып, тәнегеҙҙе һыпырығыҙ, шул рәүешле шайтандарҙан һаҡланырһығыҙ. Иртә-кис түбәндәге доғаны уҡығыҙ: «Ләә иләәһә иллалааһу үәхдәһү ләә шәрикә ләәһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә һүә ғәләә күлли шәй-иң ҡадир!» («Аллаһынан башҡа илаһ юҡ. Уның иптәше һәм оҡшашы юҡ. Мөлкәт – Уныҡы, маҡтау ҙа Уға хастыр. Уның һәр нәмәгә көсө етә!»
Читайте нас: