Һаҡмар
+23 °С
Дождь
Антитеррор
Дин һәм иман
2 Января 2021, 18:02
Һеҙҙең йортта өй эйәһе бармы?
Уларҙың барлығын тикшереү өсөн түбәндәге кәңәштәр тәҡдим ителә:
Өй эйәһе бармы? Дин әһелдәре уларҙың юҡлығын белдерә, ә башҡалар бар, тип иҫәпләй. Шулай ҙа урынынан юҡҡа сыҡҡан әйберҙәрҙе, өйҙәге ниндәйҙер тауыштарҙы нисек аңлатырға һуң?
Халыҡта яҡшы һәм насар өй эйәләре бар, тигән ышаныу йәшәй. Изгеләре өйҙө бәлә-ҡазанан, унда йәшәүселәрҙең тыныслығын һаҡлай. Ә инде насарҙары, киреһенсә, кешеләрҙең ауырыуҙарына сәбәп була, имеш. Айырыуса, бер быуындан икенсе быуынға күскән йорттарҙа өй эйәләре бар, тип иҫәпләйҙәр. Ә ысынында ла улар бармы? Был өлкә менән ҡыҙыҡһыныусылар өй эйәләре бөтә ерҙә лә бар, тип белдерә. Уларҙың барлығын тикшереү өсөн түбәндәге кәңәштәр тәҡдим ителә:
Бер нисә кәнфитте тышынан әрсеп, кеше күрмәй торған урынға ҡалдырығыҙ. Бер аҙ ваҡыт уҙғас, уларҙың урыны үҙгәреүен күрһәгеҙ, йәки бер нисәһе юғалһа - өй эйәһе бар.
Өй эйәләре кәрт уйнарға ярата, имеш. Яңы алынған кәрттәрҙе кеше күрмәгән бер мөйөшкә ҡуйығыҙ. Бер аҙ ваҡыттан уырынан күсһә - һеҙҙең “күршегеҙ” бар.
Һауыттан һөт йәки бал юғалһа ла ғәжәпләнмәгеҙ. Шул уҡ ваҡыт ялтырауыҡлы төймәләр, уйынсыҡтар һеҙ һалған килеш ятмауы мөмкин. Тимәк, өй эйәһе бар...
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"