Дин һәм иман
31 Декабря 2020, 21:00

Көндәлек доғалар һәм зекерҙәр

Доға Кешелеккә Илаһи шәфҡәтлелек итеп ебәрелгән бөтөн бәйғәмбәрҙәр һәм әүлиәләр ҙә ауырлыҡта ла, еңеллектә лә, хәсрәттә лә, шатлыҡта ла Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итеүҙәрен, бағлаған өмөттәрен вә ялбарыуҙарын доға аша башҡарғандар. Уларҙы беҙ үҙҙәренең миҫалында Аллаһ Тәғәләгә мөхәббәт тәрбиәләүсе, хаҡ юлдан әйҙәүсе пак шәхестәр тип беләбеҙ. Аллаһ Тәғәләгә һыйыныу - тормош ҡануны, Хоҙайға буйһоноуҙың асылы ул. Ерҙә лә, күктә лә бөтөн нәмә илаһи ихтыярға буйһона, һәр ҡайһыһы үҙенең телендә сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһен иҫкә ала һәм Уға ялбара. Дөрөҫ дини тәрбиә мөьминдә һәр саҡ доғала булыу теләген уята, сөнки доға мөьминдең йөрәгендә Аллаһ Тәғәләгә алып барыусы юлдың ҡапҡаһына асҡыс булып тора. Ҡабатлаған һайын доға мөьминдең күңелендә эске тойғолар сифаттар һеңеп ҡала бара, холоҡ-фиғелендәге ыңғай сифаттарҙың береһенә әйләнә. Быны аңлағандар шуның өсөн дә һәр саҡ доға менән йәшәй, сөнки уларҙың доға менән йәшәүҙең мөһимлеген аңлаған йөрәктәре Аллаһ Тәғәләнең ошо изге аяттағы иҫкәртәүен һис онотмай; Ҡул мәә йәғбә`у бикум Раббии ләу ләә дуғәә`укум. "Әйт (Мөхәммәт): "Аллаһҡа мөрәжәғәт итмәгән булһағыҙ, Аллаһ һеҙгә иғтибар итмәгән булыр ине" ("Әл-Фурҡан" сүрәһе, 77-се аят)

Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тигән:
Күллү әмрин ҙи бәәлин ләм юбдә`фииһи бисмилләһи фәһүә әҡтағ. (Рәмзүль-әхәҙиҫ, 241)
"Бисмилләһир-рахмәнир-рахим" тип башланмаған Шәриғәт тарафынан рөхсәт ителгән бер эш тә уңышлы үә фатихалы булмаясаҡ". ("Рәмзүль-әхәҙиҫ, 241-се хәҙис)
ӘЛХӘМДҮЛИЛЛӘҺ
Бәйғәбәребеҙ Мөхәммәт саллаллааһу ғәләйһи үә сәллләм былай тигән:
Әфдалуҙ-ҙикри-лхәмдү лилләәһ. (Ибн Мәджәһ, Әҙәб, 55)
"Аллаһ Тәғәләне маҡтап, "Әлхәмдүлиләәһ" тиеү - ул Аллаға рәхмәтлелек зекерҙәренең иң яҡшыһы". ("Ибн Мәджәһ. "Әҙәп", 55)
САЛАУАТ
Бәйғәбәребеҙ Мөхәммәт саллаллааһу ғәләйһи үә сәллләм былай тигән:
Иннә әүлән-нәәси бии әкҫәруһум ғәләййә салләәһ.
"Һеҙҙең арағыҙҙан салауат әйтеүсе һәм мине сәләмләүселәр, Һис шикһеҙ, миңә яҡыныраҡ". (Тирмизи, Әбү Дауыт).
Читайте нас