2 — Баҡара (Һыйыр) сүрәһе
(Баҡара сүрәһе 286 аяттан тора. Мәҙинә ҡалаһында ингән. «Баҡара» — һыйыр тигән һүҙ.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Әлиф, ләм, мим. (Мәғәнәһен Аллаһ Үҙе генә беләҙер.)
2. Шөбһәһеҙ, был Китап мөттәҡийҙәр өсөн юл күрһәтеүсеҙер.
(Мөттәҡий — тәҡүә, дин ҡанундарын ихлас тотоусы, гөнаһ ҡылыуҙан, Аллаһтың нәфрәтенән ҡурҡыусы саф мосолман.)
3. Улар күҙгә күренмәгәндәргә ышана, намаҙҙарын дөрөҫ итеп уҡый. Беҙ биргән малдарын Аллаһ юлында сарыф итә.
(Күҙгә күренмәгәндәр: Аллаһ, фәрештәләр. Матдәләрҙең иң ваҡ киҫәксектәрен һәм һулый торған һауабыҙҙы беҙ күрмәйбеҙ, әммә мантыйҡ (логика) һәм күңел күҙе менән уларҙы күрәбеҙ, уларҙың барлығына инанабыҙ. Шулай итеп, беҙ Аллаһтың Үҙен, фәрештәләрҙе, ендәрҙе күрмәһәк тә, уларҙың барлығына ышанабыҙ. Аллаһ ярҙамы менән тапҡан малдарыбыҙҙы Аллаһ юлында сарыф итәбеҙ: хәйер-саҙаҡа, зәкәт бирәбеҙ, хажға барабыҙ, йәтимдәргә, мохтаждарға ярҙам итәбеҙ.)
4. (Ий, Мөхәммәд) улар һиңә индерелгән һәм Һиңә саҡлы индерелгәндәргә (Ҡәръәнгә, унан алдағы изге китаптарға) инаналар, Әхирәт көнөнә лә ысын күңелдән ышаналар. (5) Улар Раббы күрһәткән хаҡ юлдаҙыр һәм тамуҡтан ҡотолоуға ирешеүселәр ҙә шулар булыр.
6. (Дөрөҫө шулдыр) кәфер ҡылыусыларҙы (Әхирәттәге язалар менән) киҫәтһәң дә, киҫәтмәһәң дә — барыбер; улар ышанмаҫ (иман килтермәҫ). (7) (Ҡылған гөнаһтары, ҡулланған харамдары өсөн) Аллаһ уларҙың күңелдәренә йоҙаҡ һалды һәм уларҙың ҡолаҡтарын томаланы, уларҙың (күңел) күҙҙәрен элпә менән ҡапланы һәм улар өсөн яза әҙерләне.
8. — Кешеләр араһында шундайҙар ҙа бар, күңелдәре менән инанмаған килеш: Аллаһҡа һәм Әхирәт көнөнә ышанабыҙ, — тип әйтһәләр ҙә, улар ысын мосолман түгел.
(Эстән ышанмайынса, үҙ файҙалары өсөн, кешеләр алдында ғына ышанған булып ҡыланыусы был ике йөҙлө бәндәләр «монафиҡтар» тип атала.)
9. Улар (монафиҡтар) Аллаһты ла, мөьминдәрҙе лә алдамаҡсы була. Ләкин улар үҙҙәре алдана һәм алданғанлыҡтарын абайламайҙар ҙа. (10) Уларҙың күңелендә сир (ике йөҙлөлөк сире) бар. Аллаһ уларҙың был сирен тағын да арттырҙы. Ялған һөйләгәндәре өсөн уларга хәтәр ғазап барҙыр.
11. Уларға: —Ер йөҙөндә ҡотҡо таратмағыҙ (боҙоҡлоҡ, фетнә сығармағыҙ), — тип әйтелһә лә, улар:
— Беҙ фәҡәт Ер йөҙөн ҡотҡонан (боҙоҡлоҡтан, фетнәләрҙән) таҙартыусылар, — тип әйтәләр.
12. Шуны белеп тороғоҙ, (һәм һаҡ булығыҙ!) улар, ысындан да, үҙҙәре ҡотҡо таратыусы (фетнә сығарыусы). Ләкин быны улар үҙҙәре лә һиҙмәй (был турала баштарына ла килтермәй).
- Иман килтергән әҙәмдәр кеүек, һеҙ ҙә иманға килегеҙ, -тип әйтелһә лә, улар: — Ахмаҡтар иман килтерә, тип, беҙ ҙә иман килтерәйекме? — тинеләр. Ысынлап та, улар үҙҙәре ахмаҡ, ләкин был турала үҙҙәре генә белмәй.
14. (Монафиҡтар) мөьминдәр менән осрашҡанда:
— Беҙ ҙә иман килтерҙек, — тип әйтәләр. Үҙҙәрен аҙҙырыусы шайтани заттар янында бергә-бер ҡалғас:
— Беҙ һеҙҙең менән бергә: беҙ уларҙы(мосолмандарҙы) мыҫҡыл итер өсөн генә шулай шаяртабыҙ, — тип әйтәләр.
15. (Ысынлыҡта иһә) Аллаһ уларҙан (мыҫҡыллы) көлә(мәсхәрәгә ҡалдыра), аҙғынлыҡтарына юл ҡуя. (Шуға күрә) улар (үҙҙәрен үҙҙәре белештермәйенсә) шулай аҙашып йөрөй. (16) Иманға килеп, тура юл һайлайһы урында аҙғынлыҡ юлын һатып алған заттар шулар булыр. Ләкин уларҙың был сауҙаһы уңышлы булмаҫ һәм үҙҙәре тура юлға баҫмаҫ.
17. Улар ҡараңғыла сыра яндырып ултырыусыларға оҡшаш. Сыра тирә-яҡҡа яҡтылыҡ һирпеп торғанда, Аллаһ яҡтылыҡты һүндерһә, тегеләр күҙгә төртһәң күренмәҫлек дөм ҡараңғыла ҡаласаҡ.
18. (Улар) һуҡыр, телһеҙ-һаңғырауҙар. (Шуға күрә, улар тура юлға) әйләнеп ҡайта алмайҙар. (19) Улар Күктән томалап ҡойған ямғырға эләгеп, Күк күкрәүҙәр һәм дәһшәтле йәшендәр аҫтында ҡалғандай булыр. Ул монафиҡтар йәшен һуғып үлтереүҙән ҡурҡып, бармаҡтары менән ҡолаҡтарын томаларҙар. Ләкин Аллаһ кәферҙәрҙе һәр яҡлап (язаһы менән) сорнап аласаҡ. (20) Йәшен уларҙың күҙҙәрен көйҙөрөп сығарырҙай булып, яҡында ғына йәшнәй, тирә-йүнде яҡтыртып алғанда, улар бер аҙ алға китә, кинәт ингән ҡараңғыла улар баҫҡан ерҙәрендә ҡатып ҡала. Әгәр теләһә, Аллаһ, әлбиттә, уларҙың ҡолаҡтарын һаңғыраулата, күҙҙәрен һуҡырайта ала. Ысынлыҡта Аллаһ һәр нәмәгә ҡәҙир (һәр нәмәне эшләй ала торған ҡөҙрәткә эйә).
21. Әй, инсандар! Һеҙҙе һәм һеҙҙән элек йәшәгәндәрҙе яралтҡан Раббығыҙға ғибәҙәт ҡылығыҙ. (Шулай итһәгеҙ) бәлки һеҙ (гөнаһтан, насарлыҡтан, Аллаһтың язаһынан) ҡотолорһоғоҙ, тәҡүәлеккә ирешерһегеҙ.
22. Ул һеҙҙең өсөн ерҙе яҫтыҡ итеп ҡабартты (йәпле, уңайлы ҡылды). Күкте лә көмбәҙле итеп, бина ҡылды(төҙөнө). Күктән һыу ағыҙып, һеҙҙең тамағығыҙ туйһын, тип төрлө-төрлө емештәр үҫтерҙе. Шуны белгән килеш Аллаһҡа тиңдәш эҙләмәгеҙ.
23. Әгәр илсебеҙгә (Мөхәммәдкә) индерелгән(Ҡөръән)гә шикләнеп ҡараһағыҙ, әгәр ҙә һеҙ хаҡлы икән, Аллаһтан башҡа ярҙамсыларығыҙҙы саҡыртып, шуға оҡшаш, исмаһам, бер сүрә килтереп күрһәтегеҙ. (24) Әгәр шулай эшләй алмаһағыҙ, һис шик юҡ, һеҙ уны эшләй алмаясаҡһығыҙ, утын урынына кешеләрҙе, таштарҙы яғып ҡыҙҙырылған йәһәннәмдән һаҡланығыҙ. Йәһәннәм уты кәферҙәр өсөн әҙерләнде.
25. (Ий, Мөхәммәд) иман килтереп, изгелекле ғәмәлдәр ҡылыусыларға шишмәләре ағып тороусы йәннәттәр буласаҡ, тип кешеләрҙән һөйөнсе ал. Ул йәннәттәрҙә уларҙың алдына емештәр килтереп ҡуйғас, улар:
— Был емештәрҙе беҙ фани донъяла ла ашаған инек бит инде, — тип әйтерҙәр. Ләкин ул емештәр тышҡы яҡтан ғына тегеләренә оҡшаған булыр. (Тәмдәре бөтөнләй икенсе, ғәжәйеп ләззәтле һәм татлы булыр.)Улар өсөн (йәннәттә) пак ҡатындар булыр. Һәм улар(мөьминдәр) унда мәңге йәшәп ҡаласаҡ.
26. Шик юҡ, Аллаһ серкәйҙе һәм унан башҡа хәшәрәтерәктәрҙе лә ғибрәти миҫал итеп килтерергә тартынмаҫ. Иманлы кешеләргә килһәк, улар бындай ғибрәтле миҫалдарҙың Раббынан килгәнлеген һәм ул миҫалдарҙың дөрөҫ һәм ысын икәнен аңларҙар. Кәферҙәргә килһәк, улар:
— Аллаһ ниндәй маҡсат менән шундай ғибрәттәр килтерә? -ти.
Аллаһ был ғибрәтле миҫалдары менән байтаҡ кешеләрҙе аҙаштырыр, байтағын тура юлға йүнәлтер. Килтергән миҫалдары менән Аллаһ бары тик аҙғындарҙы ғына аҙаштырыр.
27. Улар (фәсиҡтәр, аҙғындар, әхләҡһеҙҙәр) шундай бәндәләр, ант итеп, һүҙ бирәләр ҙә, шул һүҙҙәренән таналар (баш тарталар). Аллаһ тоташтырырға бойорған нәмәләрҙе киҫәләр (мосолмандарҙан, Ҡөръәндән айырылалар) һәм Ер йөҙөндә фетнә-тәртипһеҙлек (аҙғынлыҡ) килтереп сығаралар. Бына шулар инде ысынлыҡта алданасаҡ (зыян-зәхмәт күрәсәк).
28. (Эй, кәферҙәр!) Һеҙ йәнһеҙҙәргә йән өрөп йәнләндергән Аллаһты нисек инҡар итәһегеҙ? Һуңынан Ул һеҙҙең йәнегеҙҙе аласаҡ, йәнә тағын һеҙҙе (Әхирәттә)терелтәсәк. Һәм ахырҙа һеҙ Уның ҡаршыһына ҡайтасаҡһығыҙ.
29. Ер йөҙөндә нимә булһа, Ул барыһын да һеҙҙең өсөн яралтты. Һуңынан Күккә йүнәлде, уны ете ҡат итеп ҡорҙо. Ул барыһын да белеүсе.
30. (Ий, Мөхәммәд) иҫеңдә тот, Раббың фәрештәләргә әйтте:
- Мин Ер йөҙөнә (Әҙәмде) хәлифә (башлыҡ, хужа) итеп яралтасаҡмын, — тине.
— Беҙ Һине маҡтап, тәсбих әйтеп, Аллаһ Тәғәлә кәмселектәрҙән азат, тип, Һине ҙурлап торғанда, Ер өҫтөндә аҙғынлыҡ ҡыласаҡ һәм ҡан ҡоясаҡ бәндәңдеме хәлифә итеп ҡуясаҡһың? — тинеләр.
— Һеҙ белмәгәндәрҙе һәр хәлдә мин беләм, — тине.