Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
1 Ғинуар 2021, 02:00

1 — Фәтиха (Асыусы) сүрәһе

Ҡөрьән тәфсире

1 — Фәтиха (Асыусы) сүрәһе


(Фәтиха сүрәһе 7 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Ҡөръән­де башлаусы, Ҡөръән эсенә алып кереүсе, китапты Асыусы, Ҡөръән уҡый башларға рөхсәт биреүсе һүҙ — Фәтиха. Әсә телебеҙгә ул һүҙ: атайың-әсәйең фатихаһын алмайынса эш ҡылма, фатихаһыҙ баш­лаған эш уңышлы булмаҫ, йәки, — бер фатиха, тигән кеүек тәғбирҙәрҙә йыш ҡулланыла. Фәтиха сүрәһенән башҡа Ҡөръән асылмаҫ, намаҙ ҙа уҡылмаҫ.)


Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.


1. Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән (башлайым).


2. Бөтөн ғәләмдәрҙең (халиҡтарҙың) тәрбиәсеһе РаббыАллаһҡа маҡтауҙар булһын!


3. (Ул) мәрхәмәтле, рәхимле.


4. Яза Көнөнөң (Әхирәттең) хужаһы.


5. Бары тик Һиңә (генә буйһоноп) ғибәҙәт ҡылабыҙ һәм (бары тик) Һинән (генә) ярҙам өмөт итәбеҙ.


6. Беҙҙе тура юлға — рәхмәтеңә-ниғмәттәреңә ирешкәндәр юлына күндер.


7. (Зинһар) юлдан яҙғандар һәм нәфрәтеңә дусар булғандар юлына төшөрмә!


Бына был — Фатиха сүрәһенең асыл нөсхәһендәгегә яҡын тәржемә­һе. Был сүрәне ғалимдар нигеҙҙә бер төрлө тәржемә итһәләр ҙә, айырмалары шаҡтай. Һәр телдең үҙенсәлеге, көсө, ҡеүәте булған кеүек, Әсә телебеҙҙең дә үҙенсәлектәрен иҫкә алып, беҙ Фатиха сүрәһен, ошо шәкелдә, йәғни, тәфсирле тәржемәлә тәҡдим итеп ҡарайбыҙ.


Әғүҙү билләһи миннәш-шәйтанир-раҗим


Бисмилмәнир-рахмәәнир-рахиим


Изгелекле эшемде, изге доғамды, ялбарыуымды мәрхәмәтле һәм рәхим­ле Аллаһтың исеме менән башлайым. Бөтөн ғәләмдәрҙең, барса халыҡтарҙың ғәҙел хужаһы, тәрбиәсеһе Аллаһҡа дан һәм маҡтауҙар булһын! Йә, Илаһым, Һин мәрхәмәтле, Һин рәхимле. Һин — был донъяның да, Әхирәттең дә хужаһы һәм тәрбиәсеһе. Бары тик Һиңә генә буйһоноп, ғибәҙәт ҡылабыҙ. Бары тик Һинән генә ярҙам өмөт итәбеҙ. Беҙ, бәндәләреңде, изге кешеләр йөрөй торған тура юлға, йәғни рәхмәтеңә, ниғмәттәреңә ирешкәндәр юлына күндер, беҙгә мул ниғмәттәреңде насип әйлә. Зинһар, беҙҙе юлдан яҙғандар һәм Һинең нәфрәтеңә, язаңа дусар булғандар юлына төшөрмә! Фатиха сүрәһен уҡып тамамлғас, ә-ә-ми-и-ин, йәғни, теләктәрем­де ҡабул ҡыл, тип әйтеү зарури
Читайте нас