Һаҡмар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
16 Декабрь 2020, 22:15

«Йәсин» сүрәһенең серҙәре, хикмәттәре, фазиләттәре һәм шифалары

Кемдер һәр иртә һайын «Йәсин» сүрәһен уҡып, ундағы һәр «мөбин» һүҙенә туҡтап, 102 шәр мәртәбә «Йә Мүбин» тип әйтһә (7 «мөбин» һүҙенә 714 мәртәбә «Йә Мүбин» исеме әйтелер), уҡыусы кешенең күҙҙәренә башҡа әҙәм балалары күрмәгән ғәжәйеп нәмәләр күренә башлар.

— Кемдер һәр иртә һайын «Йәсин» сүрәһен уҡып, ундағы һәр «мөбин» һүҙенә туҡтап, 102 шәр мәртәбә «Йә Мүбин» тип әйтһә (7 «мөбин» һүҙенә 714 мәртәбә «Йә Мүбин» исеме әйтелер), уҡыусы кешенең күҙҙәренә башҡа әҙәм балалары күрмәгән ғәжәйеп нәмәләр күренә башлар.
— Күҙ һәм ашҡаҙан ауырыуҙарынан зарланыусы кеше, ауыртҡан еренә ҡулын ҡуйып, сүрәнең беренсе биш аятын уҡып торһон. ИншаАллаһ, был кеше шифаһын табыр
— Һәр төрлө морад-маҡсатка ирешер өсөн, йәстү намаҙынан һуң, тағы ла 2 рәҡәғәт нәфел намаҙ уҡып, бер юлы 41 мәртәбә «Йәсин» сүрәһен уҡырға кәрәк. Һәр бер «Йәсин» уҡыған һайын 1 мәртәбә «Йә мән йәкулү лиш — шәйьи күн фәйәкүн. Ифғәл ли (...)» тип әйтер кәрәк булыр. «Ифғәл ли...» тигән һүҙҙәрҙән һуң һәр ваҡыт теләк, маҡсатты әйтеү кәрәк. Аллаһы Тәғәлә рәхмәте менән уҡыусы маҡсатына ирешер.

Рәсүл Әкрам ғәләйһис-сәләм: — «Йәсин» — Ҡөрьәндең йөрәге. Уны бер мәртәбә уҡып сығыу — Ҡөръәнде ун мәртәбә уҡып сығыу кеүектер. Кистәрен «Йәсин»-де уҡыған— иртәһенә ҡәҙәр иләһи мәғфирәткә, йәғни Аллаһы Тәғәлә ярлыҡауына ирешер. Берҙән-бер булған Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн был сүрәне уҡыусы кешенең элекке хатталары ғәфү ителер. Үлем хәлендә ятҡан кеше янында был сүрәне уҡыһағыҙ, сүрәнең һәр хәрефе һайын ун фәрештә ҡаршына килеп баҫып, йән биреүсе өсөн мәрхәмәт теләп торорҙар һәм мәйетте күмгән ваҡытта, ҡәбер янында булып, доғала булырҙар, йәннәт шәрбәтен эсерерҙәр, һәм вафат булған кеше, йәннәткә ингәнсә ҡәҙәр, һыуһау тоймаҫ. Был сүрәне уҡыусыға шәфәғәтсе (Ҡиәмәт көнөндә кемделер яҡлар) булыу мөмкинлеге бирелер, тыңлаусы иһә – ғәфү ителер, — тигән. (Кәшшәф тәфсире, 3-295).
«Йәсин» сүрәһе — Раббыбыҙҙың бер хазинаһылыр. «Йәсин» сүрәһен 7, 21 йәки 41 мәртәбә уҡыған кеше үәсүәсә, шикләнеү-шөбһәләнеүҙән ҡотолор, Аллаһы Тәғәлә уға донъя-ахирәт бәхеттәрен насип итәр. Мохтаж кеше хужа-түрәләр янына был сүрәне 7, 21 йәки 41 мәртәбә уҡыған хәлдә керһә, хәжәте үтәлер, иншаАллаһ.
«Йәсин» сүрәһен ата-әсә рухы өсөн уҡыу тураһында
Ғәйшә әсәбеҙ риүәйәтендә һөйләнгәнсә, Рәсүл Әғзам саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм: «Кем дә кем йома көндө атаһы менән әсәһе йәки быларҙың береһе ҡәбере янына барып, баш осонда «Йәсин» сүрәһен уҡыһа, һәр хәрефе һанынса ата-әсәһенә мәғфирәт – ярлыҡау булыр», — тигән (хәҙис-шәриф).
Әбү Һүрайра тапшырған: «Ҡәберстанға инеп, кем дә булһа «Йәсин» сүрәһен уҡыһа, ошо көндән ҡәберҙә булыусыларҙың ғазабы еңеләйер, уҡыусыға иһә «Йәсин»дәге хәрефтәр һанынса сауабы бирелер», — тине Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм».
«Йәсин» сүрәһен ахшамда уҡыу тураһында
Пәйғәмбәр саллаллаһү ғәләйһи үәс сәлләм:
— Һәр кистә «Йәсин» сүрәһен уҡыусы кеше, һис шикһеҙ, шәһит булараҡ үләр.
— Аллаһы Тәғәлә ризалығына өмөт итеп, кистәрен «Йәсин» уҡыусы кеше Аллаһы тәғәлә тарафынан ғәфү ителер.
— «Йәсин» сүрәһен кистәрен уҡыусы кеше үҙе Ҡөръәнде бер юлы ете мәртәбә уҡып сыҡҡан кеүек әжер-сауаптарға эйә булыр, — тип хәбәр иткән.
«Йәсин» сүрәһен үлем түшәгендә ятыусылар өсөн уҡыу тураһында
— Үлем хәлендә ятыусы кеше янында «Йасин» сүрәһен уҡығыҙ (Мәғҡыйл ибн Йәсәр риүәйәте).
— «Йәсин» сүрәһен әжәле яҡынлашҡан кеше янында уҡығыҙ! Аллаһы Тәғәлә уның йән биреүен еңеләйтер (Дәйләми риүәйәте).
— Үлеме яҡынлашҡан кешенең баш осонда даими «Йәсин» сүрәһе уҡылһа, Аллаһы Тәғәлә уға еңеллек бирер! — тигән Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм (Әд-Дәрҙә риүәйәте). Бынан тыш, ул хәбәр иткәнсә, Аллаһы Тәғәлә әжәле яҡынлашҡан кеше янында «Йәсин»дең уҡылған һәр хәрефе һайын унар фәрештә индерер. «Йәсин» сүрәһендә өс мең хәреф барҙыр. Был фәрештәләр, саф-саф теҙелеп, әжәле яҡынлашҡан кеше өсөн доға-истиғфәр ҡылырҙар, тип әйтелә. Үлем тәменән иҫергән кеше, Ридван йәннәтендәге шарабты ауыҙ итмәйсә, хатта Ғазраил ғәләйһис-сәләм фәрештәгә йәнен дә бирмәҫ, тип әйтелә. Был хәбәрҙе Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдән Әнәс хәҙрәттәре тапшыра (Дәрими йыйынтығы).
Егерме бәрәкәт сүрәһе
Рәсүл Әкрам саллаллаһү ғәләйһи үәс сәлләм: «Әй, Ғәли! «Йәсин» сүрәһен дауамлы хәлдә уҡып тор! Хаҡлыҡта, унда егерме төрлө бәрәкәт барҙыр! Уны ас кеше уҡыһа — туйыр, һыуһаған кеше уҡыһа — һыуһауы баҫылыр, яланғас уҡыһа — кейенә алыр, өйләнмәгән уҡыһа — өйләнер, ҡурҡҡан кеше ҡурҡыуынан ҡотолор, ауырыу — шифа табыр, зиндандағы кеше иреккә сығыр, мосафир уҡыһа — сәфәрендә ярҙамға ирешер; юғалған әйбер табылыр; хәсрәтле кеше уҡыһа — хәсрәтенән арыныр...» — тигән. Һис шикһеҙ, инанып, ышанып, шик тотмайынса уҡыған кеше генә ниәтенә, күңеленә ҡарата мораҙына ирешер.
Йома кистәрендә «Йәсин» сүрәһен уҡыу тураһында
Пәйғәмбәребеҙ әйткән:
— Йома кистәрендә «Йәсин» сүрәһен уҡыусы кеше иртәнге сәғәттәренә тиклем иләһи ярлыҡауға ирешкән хәлдә ҡалыр.
— Йома кисендә ике рәкәғәт намаҙ уҡып, беренсе рәҡәғәтендә «Әлхәм»дән һуң, «Йәсин», икенсеһендә «Әлхәм»дән һуң «Тәбәрәк» сүрәләрен уҡыусы кешегә уҡығанының һәр бер хәрефе һайын меңәр нур бирелер. Ул нур Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр балҡыр. Ғәмәл дәфтәрҙәренә лә яҙылыр. Йәһәннәмдән ҡотолоуға сәбәптәрҙән булыр. Үҙенең ғаилә әһелдәре араһындағы гөнаһкәрҙәрҙең етмешенә шәфәғәтсе булыр. Иғтибар итә күр: әйткәндәрҙән шикләнеүсе монафиҡ булыр!» — тигән.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.