Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
11 Декабрь 2020, 19:00

МӘҺӘР

Ҡыҙ менән егет өйләнешкән ваҡытта ир кешенең динебеҙ ҡушыуы буйынса буласаҡ ҡатынына бирелгән аҡса йәки әйбергә мәһәр тиҙәр. Мәһәр бирелеүҙең маҡсаты бер нисә: ир кешенең ҡатынына ҡарата йәғни ҡатыны алдында уны һаҡлаусы һәм туйҙырыусы икәнен белдереү өсөн;...

Ҡыҙ менән егет өйләнешкән ваҡытта ир кешенең динебеҙ ҡушыуы буйынса буласаҡ ҡатынына бирелгән аҡса йәки әйбергә мәһәр тиҙәр. Мәһәр бирелеүҙең маҡсаты бер нисә: ир кешенең ҡатынына ҡарата йәғни ҡатыны алдында уны һаҡлаусы һәм туйҙырыусы икәнен белдереү өсөн; ир кешенең ҡатынына һәр ваҡытта ла ярҙамсы буласағы өсөн, яңы кейәүгә сыҡҡан ҡатындың әҙ генә булһа ла ҡулында аҡса, байлыҡ булһын өсөн бирелгән мәһәр; ҡатын кешенең ире алдында бик түбән төшмәүе өсөн; ир кеше никахты еңел генә боҙмаһын өсөн; өйләнешеүҙең ябай ғына бер нәмә түгел, ә динебеҙҙең нигеҙҙәренең береһе икәнен белдереү, аңлатыу өсөн.
Мәһәрҙең суммаһына килгәндә ҡатындың бер үҙенә 4 ай йәшәп торорға етерлек аҡса булырға тейеш.

Читайте нас: