Йома көн.
Эй, дуҫтарым, һеҙгә әйтер һүҙҙәрем бар
Ғәйет көнөнән дә артыҡ, изге йома көндәре бар.
Йома көндәрен иҫкә алып, аҡ яулыҡтар башыңа һал,
Һәр эштәргә күп сауаптар, Аллаһының рәхмәтен ал.
Илаһым һин насип итсе, был йома көн әжерҙәрен,
Йома көн “бисмилләһ” тип, күп сауаптар әҙерләһен.
Был донъялар мәңге түгел, бер кемебеҙ үлмәй ҡалмаҫ,
Был йоманың сауаптарын, алған кеше мәхрүм булмаҫ.
Йома көнө тәһәрәт алып, “бисмилләһ” тип мәсеткә бар,
Һинең ошо изге эшең , һинең өсөн һис юғалмаҫ.
Ул йома көн эстәрендә доға ҡабул булыр ваҡыты бар,
Әгәр уға тура килһә, ОЖМАХ күрер көндәрең бар.
Быны яҙмам матурлыҡҡа, ә дуҫтарға вәғәз өсөн,
Йома көн сауаптар эшләп Йәннәттәргә керһен өсөн.
Эй, дуҫтарым, күп яҙалмам, аңлағанға ошо етәр,
Йома көнөн кем ҙурлаһа, Йәннәттәргә тура китәр.
И. Хафизи “Мөнәжәттәр” китабынан.