Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
27 Октябрь 2020, 21:30

АХМАҠТАН ,,, ҒАЛИМҒА

Аят мәжлестәрендә ҡайһы бер имамдарҙың, абыстайҙарҙың иҫ киткес донъяуи күренештәр, фәлсәфәүи, тәрән мәғәнәгә эйә булған хәл-ваҡиғаларын тыңлап, оло фәһем алаһың...

Аят мәжлестәрендә ҡайһы бер имамдарҙың, абыстайҙарҙың иҫ киткес донъяуи күренештәр, фәлсәфәүи, тәрән мәғәнәгә эйә булған хәл-ваҡиғаларын тыңлап, оло фәһем алаһың. Шуларҙың береһен аят уҡыған имам-хатип һөйләне.

Бер ҡатынға балаһы аша уҡытыусы бәләкәй хат ебәрә. Унда ошондай юлдар була: “Һеҙ улығыҙҙы ыҙалатып, үҙегеҙҙе йонсотоп, малайҙы беҙҙең мәктәптә уҡытып мәшәҡәтләнмәгеҙ. Йүнләп уҡый ҙа, яҙа ла, һанай ҙа белмәй. Ундай ахмаҡтар өсөн махсус интернаттар бар”. “Әсәй, уҡытыусы апай нимә яҙған?”-тип һорай малай. Ҡатын улының эскерһеҙ күҙҙәренә ҡарап тора ла, уны ҡосаҡлап алып күҙ йәштәре аша: “Һеҙҙең балағыҙ шул тиклем аҡыллы, шул тиклем тырышып уҡый, унан башҡалар үрнәк алырға тейеш” тип яҙған. Маладис, улым”,-ти.

Малай ошо көндән алып тырышып уҡый башлай, әсәһе лә балаһына ярҙам итә. Йылдар үтә. Малай танылған ғалим, билдәле кеше булып китә. Әсәһе олоғайып, мәрхүмә була. Ғалим кеше тыуған йортондағы әйберҙәр араһында әсәһенең дәфтәрен табып ала, уның араһында бәләкәй сағында уҡытыусыһы үҙенә тотторған ҡағыҙ киҫәге лә ята. Ир кеше уны уҡый һәм күҙҙәренән бер туҡтауһыҙ субырлап күҙ йәштәре аға башлай. Уҡытыусының абруйын төшөрмәйенсә, балаһының күңелен үҫтерә алыуға өлгәшкән, уны Кеше иткән Әсәгә мәңгелек дан!

Читайте нас: