Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
11 Сентябрь 2020, 13:45

Ғәйепһеҙгә рәнйетелгән кешенең күҙ йәшен, рәнйешен алмау хәйерле

Лира Якшибаева: " Аллаһтан мул аҡыл бирелгән кеше тәкәббер булмаҫ. Кеше һүҙенә төшмәҫ, гонаһһыҙ кешене урынһыҙға рәнйетмәҫ. Үҙ аҡылы менән уйлап эшләр. Аллаһ барыһын да белеп, күреп тора. Ғәйепһеҙгә рәнйетелгән кешенең күҙ йәшен, рәнйешен алмау хәйерле, сөнки Аллаһ гонаһлы бәндәләренә ҡасан да бер ҡаты язаһын ебәрә... (Тулыраҡ беҙҙең сайтта)

Лира Якшибаева: " Аллаһтан мул аҡыл бирелгән кеше тәкәббер булмаҫ. Кеше һүҙенә төшмәҫ, гонаһһыҙ кешене урынһыҙға рәнйетмәҫ. Үҙ аҡылы менән уйлап эшләр. Аллаһ барыһын да белеп, күреп тора. Ғәйепһеҙгә рәнйетелгән кешенең күҙ йәшен, рәнйешен алмау хәйерле, сөнки Аллаһ гонаһлы бәндәләренә ҡасан да бер ҡаты язаһын ебәрә. Бына ошо хаҡиҡәтте элек совет заманында өйрәтмәнеләр бит. Хәҙер мин былар тураһында барыһын да аңланым. Кешеләргә өйрәтеп әйтер кимәлгә еттем. Бер көн менән йәшәмәйек.Хәлебеҙҙән килһә, кешеләргә яҡшылыҡ ҡылайыҡ. Яҡшылыҡ ҡылыр форсатыбыҙ булмаһа инде, исмаһам, яуызлыҡ ҡылмайыҡ. Яҡшылыҡтан- яҡшылыҡ ярала. Үҙ-ара татыу булайыҡ. Үҙебеҙҙе генә уйламайыҡ, милләтебеҙ, халҡыбыҙҙың абруйы хаҡында ла уйлайыҡ, мосолман ҡәрҙәштәрем. Һәр бер милләт намыҫлы, ғәҙел, тоғро, изгелекле булыуҙы хуш күрә. Шундайҙарҙы ихтирам итә. Хәйлә, мәкер - шайтандан. Шайтан ҡоло итмәһен Раббым. Һәр ҡылған ғәмәлебеҙ Аллаһ хаҡы, Аллаһ ризалығы өсөн булһын! Амин!
Читайте нас: