Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
11 Сентябрь 2020, 11:20

Изге Йома мөбәрәк булһын!

Кесаҙна кисендә ҡояш байығас та, йома көн башлана һәм ул киләһе көндөң ҡояшы байығансы дауам итә. Бына ни өсөн беҙҙең элекке ата-бабаларыбыҙ кесаҙна көнөн “кесе йома” тип атап йөрөткән: (дауамы беҙҙең сайтта)

Кесаҙна кисендә ҡояш байығас та, йома көн башлана һәм ул киләһе көндөң ҡояшы байығансы дауам итә. Бына ни өсөн беҙҙең элекке ата-бабаларыбыҙ кесаҙна көнөн “кесе йома” тип атап йөрөткән.

Алла илсеһе Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә: “Йома – Алла алдындағы иң төп һәм иң бөйөк көн, хатта ҡорбан һәм ураҙа байрамдарына ҡарағанда ла өҫтөнөрәк, – тип әйткән. – Уның биш үҙенсәлеге бар: был көндө Әҙәм ғәләйһис-сәләм донъяға яратыла, йома көндә Аллаһы Тәғәлә уны йәшәргә ергә ебәрә. Әҙәмдең вафат булған көнө лә – йома. Йоманың бер сәғәте бар: шул мәлдә Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһы Унан ни һораһа ла бирә, әгәр кеше хәрәм (тыйылған) нәмә һорамаһа. Алла әмере менән Ахырызаман да йома көндө буласаҡ. Йома көндән ҡурҡмаған бер фәрештә лә, ер ҙә, елдәр, тауҙар һәм диңгеҙҙәр ҙә юҡ”. Бына шуның өсөн айырыуса йоманы әҙәм балаларының Аллаһы Тәғәләгә зикерҙәр әйтеп, доға ҡылып үткәреүе хәйерлерәк.
Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған Йома көн юлға сығыр­ға, йәиһә, бер ниндәй ҙә эш эшләргә ярамай, тигән һымағыраҡ тыйыуҙар ҙа халҡыбыҙҙа һаҡланып килә. Был тыйыу бөтә йома көнөнә түгел, ә йома намаҙы (төш мәле) ваҡытына ғына ҡағылышлы. Аллаһы Тәғәлә изге Ҡөрьән Кәримдең “әл-Жумуға” (Йома) сүрәһенең туғыҙынсы аятында былай тип әйтә: “Эй, һеҙ, иман килтергән кешеләр! Әгәр йома көнө намаҙға саҡырылһа, Ал­ланы иҫкә алыу өсөн ашығығыҙ, һатыу итеүҙе ҡуйығыҙ. Был һеҙҙең өсөн нисек яҡшы икәнен белһәгеҙ икән”. Аяттан күренеүенсә, намаҙ – мотлаҡ һәм ана шул мәлдә һәр эштән тыйылып тороу ҡушылған. Намаҙҙан һуң йәиһә намаҙ башланмаҫтан алда бәйғәмбәребеҙҙән юлға сығыу һәм тағы ниндәйҙер эштәр эшләүҙе тыйған бер ниндәй ҙә риүәйәт юҡ. Тик ир кешеләргә йомала мәсеттә йәмәғәт намаҙы уҡыу ҡушылған, ана шуны ҡалдырыу ярамай. Ҡатын-ҡыҙҙарға йомала мәсеткә йөрөү рөхсәт ителә, әммә был мотлаҡ түгел.
Йома намаҙы башҡалары араһында иң яҡшыһы. Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм бер хәҙистә: “Әгәр кеше оло гонаһ ҡылмаһа, көндәлек биш намаҙ, йома менән киләһе йома араларында ваҡ гонаһтар юйыла”, – ти (Мөслим 233).
Фотосығанаҡ: https://yandex.ru/search/?clid=2186621&text=%D0%B4%D0%BE%D2%93%D0%B0%20%D2%A1%D1%8B%D0%BB%D0%B0%D0%BC%20%D0%BA%D0%B0%D1%80%D1%82%D0%B8%D0%BD%D0%B0&lr=20673&redircnt=1599797783.1
Читайте нас: