Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
9 Сентябрь 2020, 11:56

Ҡыҙым, һиңә әйтәм, Киленем һин тыңла!

* Эске кейемде кешенән йәшереп ҡуй, күҙгә салынмаһын -- шәхси энергияң үҙеңдә ҡалыр!* Ирең менән яҡын мөнәсәбәтең тураһында кешегә һөйләмә -- арағыҙға һалҡын һыу һипмәһендәр!* Үҙегеҙ ятҡан япмала ситттәрҙе йоҡлатма -- арағыҙ һыуыныр, бар тышлыҡ, япмаларҙы гел генә алыштырып тор!* Ирең биш бармаҡтың бер бармаҡлы ғына сереңде белһен -- башы тыныс булыр.* Оҡшамаған кешенән һыу, икмәк, сәй кеүек әйбер алма -- көсөң үҙеңдә ҡалыр! (тулыраҡ сайтта)* Әрләгәндә лә изге теләктәр менән әрлә -- "бәхетле булғыр", "уңғыры", "ауыҙыңа бал да май яҡҡыр" һ.б.

* Иртән ҡояш менән тороп, тәҙрәңде ҡояшҡа асһаң -- йортоңа бәрәкәт килер!
* Тәҙрәләреңде мәле менән һөртөп, көҙгөләреңде таҙа тот -- фәрештәләр ҡыуаныр!
* Юлға сыҡҡанда доғаларыңды уҡып, таҙарынып сыҡ -- юлың уңыр!
* Гөлдәр үҫтер -- һабағына фәрештәләр ҡуныр!
* Асыулы сағыңда йыуын -- баҫылырһың!
* Ҡысҡырып илау хатта мәрхүм янында тыйыла, артыҡ шашып көлөү, артыҡ ҡайғырыу һәм ҡыуаныу зиһенгә зыянлыҡ килтерер.
* Аҡса алғанда өйҙә "йоҡлат" -- бәрәкәтле булыр.
* Йәш балаға ҡарап һоҡланғандың кейеменең ебен йә сәсен алып ҡал, төндә бала уянып илаһа, шул еп йә сәс менән төтәт, Аятил-Көрси уҡы, илауҙан туҡтар!
* Бала кейемен һәм уйынсыҡтарын аяҡ аҫтынан йыйып ҡуй -- һау булыр!
* "Бисмиллаһ"ты әйтеп бешеренһәң, өйөңдә фәрештәләр ҡыуаныр. Һүгенмәй, асыуланмай бешерен, фәрештәләр ҡанат осон ашыңа тығып торорҙар.
* Өҫтәлең һәм иҙәнең таҙа торһон, урын-ҡаралдың йыйыулы булһын -- бәрәкәт килер!
* Кейемде, бигерәк тә бала кейемдәрен йыйыштырып, урынына урынлаштырып ҡуй -- һаулыҡ артыр!
* Ҡунаҡ үҙенең күстәнәсенән ауыҙ итһә, ғүмере оҙон булыр!
* Ҡунаҡты күстәнәс менән оҙат, сәй эскәндә тәм-том менән һыйла -- насар итеп һөйләй алмаҫ!
* Эске кейемде кешенән йәшереп ҡуй, күҙгә салынмаһын -- шәхси энергияң үҙеңдә ҡалыр!
* Ирең менән яҡын мөнәсәбәтең тураһында кешегә һөйләмә -- арағыҙға һалҡын һыу һипмәһендәр!
* Үҙегеҙ ятҡан япмала ситттәрҙе йоҡлатма -- арағыҙ һыуыныр, бар тышлыҡ, япмаларҙы гел генә алыштырып тор!
* Ирең биш бармаҡтың бер бармаҡлы ғына сереңде белһен -- башы тыныс булыр.
* Оҡшамаған кешенән һыу, икмәк, сәй кеүек әйбер алма -- көсөң үҙеңдә ҡалыр!
* Әрләгәндә лә изге теләктәр менән әрлә -- "бәхетле булғыр", "уңғыры", "ауыҙыңа бал да май яҡҡыр" һ.б.
Фото ирекле сығанаҡтан алынды.
Читайте нас: