Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
28 Август 2020, 22:35

Уң ҡулың менән аша!

Бер кеше пәйғәмбәребеҙ алдында ризыҡты һул ҡулы менән ашай башлай. Пәйғәмбәр: “Уң ҡулың менән аша! Кешенең уң ҡулы менән алып ашауы – сөннәт”-ти. Тегеһе: “Мин улай ашай алмайым”,-ти. “Ашай алмайһыңмы!-ти пәйғәмбәр. Уға тәкәбберлектән башҡа бер нәмә лә ҡамасауламай!”-тип өҫтәп ҡуя.

Бер кеше пәйғәмбәребеҙ алдында ризыҡты һул ҡулы менән ашай башлай. Пәйғәмбәр: “Уң ҡулың менән аша! Кешенең уң ҡулы менән алып ашауы – сөннәт”-ти. Тегеһе: “Мин улай ашай алмайым”,-ти. “Ашай алмайһыңмы!-ти пәйғәмбәр. Уға тәкәбберлектән башҡа бер нәмә лә ҡамасауламай!”-тип өҫтәп ҡуя. Бынан һуң теге кеше һул ҡулын да ауыҙыа килтерә алмай башлай.

Ризыҡтың ҡәҙерен белергә бойора пәйғәмбәр: “Әгәр кем дә булһа берәүҙең ҡулынан ризыҡтың бер киҫәге йәки икмәк валсығы төшөп китә икән, уны алып һәм саңынан таҙартып ҡабып ҡуйһын, шайтанға ҡалдымаһын! Сөнки ризыҡтың ҡайһы ерендә бәрәкәт ятыуын һеҙ бит белмәйһегеҙ”.

Нәфсегеҙҙе ҡытыҡлап, шайтан ул бер ҡарыш ҡалмай һеҙҙең һәр берегеҙҙең эргәһендә генә йөрөй, күҙәтеп кенә тора. Ашаған саҡтарығыҙҙа ла шулай”.

Тиҫкәрелектән ҡурсалап ҡына тора дин. “Бөтә нәмәлә уң ҡулға, уң тарафҡа өҫтөнлөк бирә, тәнегеҙҙе уҡ яҡтан йыуа башлағыҙ, аяҡ кейемегеҙҙе уң яҡтан башлап кейегеҙ, мәсеткә уң аяҡтан башлап инегеҙ”,-ти.

Бала саҡта мин Аллаһ илсеһенең тәрбиәһендә йәшәнем. Ашағанда табаҡтың төрлө еренә үрелә торған ғәҙәтем бар ине,- тип хәтерләр булған Ғүмәр ибн Сәләмә. - Пәйғәмбәребеҙ мине киҫәтеп шул ваҡыт: “Эй, улым, “Бисмиллә” әйт тә үҙеңә яҡын ерҙәге ризыҡты уң ҡулың менән алып аша!”-тине”.

Пәйғәмбәребеҙҙең ҙур ағас табағы бар ине, -тип һөйләр булған Ғабдулла бин Буср атлы берәү. - Уны дүрт кеше күтәреп йөрөй торғайны. Иртәнге намаҙҙан һуң уға икмәк ваҡлап һурпа һалдылар. Халыҡ йыйылып алды, пәйғәмбәребеҙ ҙә табаҡ алдына тубыҡланып ултырҙы. Шул ваҡыт берәү: “Һин үҙең дә шулай ултыраһыңмы?”-тип аптырағас пәйғәмбәр: “Аллаһ мине үҙенең игелекле ҡоло итте, тиҫкәре залимға әйләндермәне!”-тип ризыҡты бергәләп ашарға кәрәклеге тураһында нәсихәт тә биреп алды”.

Теҙҙәрҙе бөкләп ултырыу – беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙа ла иң күркәм ғәҙәттәрҙән булған.

Ашаған ваҡытта, -тигән ул, - терһәктәрегеҙ менән нимәгәлер таянып тормағыҙ”.

Табында ҡулдарығыҙ күп булһын. Аллаһы Тәғәлә ҡулдарҙың күп булыуын һөйә.

Ашай башлар алдынан һеҙҙән һәр кем Аллаһ исемен хәтергә төшөрһөн, “Бисмиллә” әйтһен. Әгәр ҙә ашар алдынан бисмиллә әйтергә онотһа, онотҡаны хәтеренә төшөү менән: “Алдағы һәм һуңы өсөн дә” тип “Бисмиллә” әйтһен!”-тигән.

Бер ваҡыт үҙенең алты сәхәбәһе менән бергә табын ҡороп ултырған пәйғәмбәребеҙ эргәһенә инеп, бер кеше табындағы бөтә нәмәне ашап бөтә. Шул саҡта пәйғәмбәребеҙ: “Әгәр ҙә был кеше “бисмиллә” әйтеп ултырған булһа, табындағы ризыҡ бөтәбеҙгә лә еткән булыр ине”,-тип кенә ҡуя.

Ашап бөтөү менән мосолман шөкөр итеп, амин да тота.

Алған һыуҙы дөйә һымаҡ итеп бер тында эсеп бөтөрмәгеҙ, бүлеп-бүлеп эсегеҙ. Эсә башлағансы “бисмиллә” әйтегеҙ, эсеп бөткәс “Әл-хәмдү лил-ләһ!” тип Аллаһуға маҡтау һүҙҙәрен әйтегеҙ”.

Һыуҙы йәки башҡа төрлө эсемлекте эскән ваҡытта ул һауытты уң яҡтағы кешегә бирергә тәҡдим итә. Бында ул кешенең атына ла, затына ла ҡарап тормай.

Эскән ваҡытта эсемлеккә өрөп ғәҙәтләнмәгеҙ”-ти пәйғәмбәр. “Ә мин унда сүп күреп ҡалһам”,-ти берәү. “Сүпле ерен сайҡап түгеп ҡуй!”-ти пәйғәмбәр.

Һыуҙы бергәләп эскәндә уны таратып торған кеше бөтәһенән һуңғараҡ эсһен, тигән ул. Алтын һәм көмөш һауыттарҙы ҡулланыуҙы динебеҙ бөтөнләй тыя.

Ризыҡты кәрәк тиклем генә ашау, сама белеү, һыуҙы, эсемлектәрҙе кәрәк тиклем генә эсеү, аштан элек һәм унан һуң тоҙ ҡабыу мөһим.

Читайте нас: