Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
27 Август 2020, 15:15

ҠӘБЕРЕНӘН ЯҠТЫЛЫҠ КИЛӘ

Ауыл халҡы уның кем һәм ҡайҙан икәнен белмәй. Шулай ҙа ҡәҙерләп һуңғы юлға оҙаталар, ҡәберҙе таш менән уратып алалар. Тиҙҙән Иҫән ауылы халҡы ҡәберҙән ниндәйҙер ылыҡтырғыс яҡтылыҡ килгәнен күреп ҡала. Ауырыу кешеләр, хатта сирле мал да был урында һауыға башлай...

Былтыр Иҫән ауылында беҙҙең ҡарт ҡартайыбыҙ Исмәғил хәҙрәттең хәтерен мәңгеләштереп, хәтер ташын ҡуйҙылар.Ҡәҙерле кешебеҙ сығышы менән Әбйәлил районынан. Ул ике мәртәбә Мәккәгә хаж ҡыла. Һәр сәйәхәте 5-7 йыл ваҡытты ала. Көслө дин әһеле булараҡ, ул халыҡҡа иман нурҙарын тарата. Һуңғы ҡайтып барғанында ҡартатайыбыҙ ауырып китә һәм Иҫән ауылы янында туҡтай. Күп тә үтмәй ул мәңгелек донъяға күсә. Ауыл халҡы уның кем һәм ҡайҙан икәнен белмәй. Шулай ҙа ҡәҙерләп һуңғы юлға оҙаталар, ҡәберҙе таш менән уратып алалар. Тиҙҙән Иҫән ауылы халҡы ҡәберҙән ниндәйҙер ылыҡтырғыс яҡтылыҡ килгәнен күреп ҡала. Ауырыу кешеләр, хатта сирле мал да был урында һауыға башлай. Шуға күрә иҫәндәр бында әүлиә ерләнгән, тип белдерә.

Үкенескә ҡаршы, беҙ Исмәғил хәҙрәт тураһында ҡартатайыбыҙ Нәсибулла Мәғәфүровтың яҙмаларынан ғына белдек. Беҙ ике туған апалы-һеңлеле билдәле дин әһеленең хәтерен мәңгеләштерергә булдыҡ. Был эштә беҙгә оло ярҙам күрһәткән имам-хатип Миңлеғәле Йәрмөхәмәтов, бар Иҫән ауылы халҡына оло рәхмәт һүҙҙәрен һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Кемдер хәтер ташын әҙерләүҙә ярҙам итте, икенселәр ҡорбанға һарыҡ салды, башҡалар аят өҫтәлен әҙерләне. Исмәғил хәҙрәт рухына аяттар бағышланды, сүрәләр яңғыраны.

Иҫән ауылы халҡының иҫ киткес ҡунаҡсыл, матур, изге күңелле булыуы һоҡландырҙы. Беҙ уларҙың барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет именлек, бар өлкәлә уңыштар теләйбеҙ!

Көнһылыу Хәйбуллина.

Лизә Мәғәфүрова.

Читайте нас: