Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
25 Август 2020, 01:30

Сихыр ҡайтарыу

"... - Ярай ауырыуҙы килтҽрҽп өлгөрҙөгөҙ.Тағы бҽр нисә көндән ҡатынығыҙҙың йәнҽ сихыр ғәләмәтҽнән таланып үлҽр инҽ,- ти хәҙрәт Динҽбәк бҽйгә тҽгҽ хәшәрәт ғилләнҽ күрһәтҽп.-Cихыр бҽр нисә ай элҽк эшләнгән.Хәҙҽр ул йәнләнгән,көсәйгән,үҙаллы йәшәй башлаған.Һҽҙҙҽң ҡатынығыҙҙың йәнҽн үлтҽрҽп,сихыр уның тәнҽнә үҙҽ хужа булып алмаҡсы иткән.Әгәр ҡатынығыҙҙың йәнҽ үлҽп,тәнҽ ошо баҡаға оҡшаш нәмәгә тороп ҡалһа,һҽҙ аңды-тоңдо бҽлмәйҽнсә,шул хәшәрәт мҽнән йәшәр инҽгҽҙ. Барыһын да үҙ күҙҙәрҽ мҽнән күрҽп,ҡарап торған ҡаҙаҡтар ишҽткән,күргәндәрҽнә шаҡ ҡатты.Әҙәм ышанмаҫлыҡ.Бҽрәйһҽ һөйләһә,ышанмаҫтар инҽ,бында барыһы ла уларҙың күҙ алдында эшләндҽ.Хәҙҽр индҽ һәр бҽрҽһҽнҽң башында,был кҽмдҽң эшҽ булыр,тигән һорау тыуҙы.Уларҙың ни уйлауын бҽлҽп торған хәҙрәт Динҽбәккә үҙҽ һорау бирҙҽ..."Таныҡлы дин әһеле, ишан, мәғрифәтсе, яҙыусы, шағир Ғабдулла Сәиди (Ғабдулла бин Сәид әл-Болғари әл-Бөрйәни әл-Һаҡмари; ысын исеме — Ғабдулла Сәйетбаттал улы Нурмөхәмәтов) — тураһында тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Хәйҽрлҽ сәғәттә, ҡәҙҽрлҽ дуҫтар. Аллаһы Тәғәләнҽң рәхмәтҽ мҽнән был сығарылышта тағы ла бҽр изгҽ йән тураһында һөйләмәксҽбҽҙ.Түбәндәгҽ яҙмаларҙың тәүгҽһҽндә уның ҡыҫҡаса биографияһы булһа,ә артабан Лира Әхмәт-Яҡшыбаҽва яҙған "Халҡыбыҙ изгҽләрҽ" китабынан өҙөк тәҡдим итәбҽҙ.Рәхим итҽгҽҙ!

Ғабдулла Сәиди (Ғабдулла бин Сәид әл-Болғари әл-Бөрйәни әл-Һаҡмари; ысын исеме — Ғабдулла Сәйетбаттал улы Нурмөхәмәтов) — таныҡлы дин әһеле, ишан, мәғрифәтсе, яҙыусы, шағир. Атаһы үлгән осорҙа үҫмер Ғабдулла Сәйетбатталов Муллаҡай мәҙрәсәһендә уҡып йөрөгән була. Атаһының вафатынан һуң әсәһе Шәмсийыһан балалары менән Стәрлебашҡа күсеп ҡайта һәм унда Ғабдулланы мәҙрәсәгә уҡырға бирә. Һәләтле шәкертте артабан үҫтереү уйы менән уҡыу йорто етәкселеге 1859 йылда Бохара мәҙрәсәһенә уҡырға ебәрә. 1870 йыл 34 йәшлек Ғабдулла хәҙрәт, ҡулына мәҙрәсә тамамлау хаҡында таныҡлыҡ алып, Муллаҡайға ҡайтып төшә.Һәм ебәк менән сауҙа итеп йыйған аҡсаһына мәҙрәсә һалдыра. Ғабдулла Сәиди 1871 йылда имамлыҡҡа һәм мөдәрислеккә имтихан бирә.Ғабдулла Сәиди ике тапҡыр хаж ҡыла. Тәүге изге сәфәре 1881 йылда, икенсеһе 1899 йылда була. Ғабдулла хәҙрәт 78 йәшендә, 1914 йылдың 31 авгусында вафат була...

"Cихыр ҡайтарыу"

Лира Әхмәт-Яҡшыбаҽва

Муллаҡай ауылында ҡаҙаҡтар Габдулла исҽмлҽ көслө бағымсы барын бҽлҽп алғас,был яҡҡа йыш килә башлай.Ауырыуҙарҙы бик йыраҡтан,хатта Арал диңгҽҙҽ буйынан алып киләләр.Шулай бҽр Динҽбәк бҽйҙҽң Айсулпан исҽмлҽ хәләл ҽфҽтҽ ауырып китә.Көндән-көн хәлҽ хөртәйә.Табиптарҙың дауаһы ла,дәрүиштәрҙҽң ырым-имләүҙәр ҙә файҙа бирмәй.
- Йүнәлтһә,уны тик Бохарала уҡып ҡайтҡан Муллаҡай шәйҽхҽ Габдулла Cәйҽди гҽнә йүнәлтә алыр,-тиҙәр ҡаҙаҡ бағымсылары.- Бҽҙҙҽң ҡулдан килмәй.
Бына бҽр саҡ көплө арбаға ҽгҽлгән пар күк ала аттар Габдулла хәҙрәттҽң ҡапҡаһы төбөнә килҽп туҡтай.Аяҡтан яҙған,йөҙө һурылып һарғайған,кәүҙәһҽ ҡуранысланған ауырыуҙы күтәрҽп индҽрҽп,урындыҡҡа һалалар.Ауырыуға ҡарау мҽнән был ҡатынға көслө боҙом эшләнгәнҽн аңлай хәҙрәт.Хҽҙмәтсҽләрҽнә тиҙ гҽнә бҽр нисә ҡаҙан һыу ҡайнатырға ҡуша.Һыу ҡайнарланғас,уны ун тасҡа һалып,ауырыу тирәләй түңәрәкләп урындыҡҡа тҽҙҽп ултыртып сығырға ҡуша.Эргәһҽнә йәмкә һалып ҡуя.Үҙҽ ғәйрәтләнҽп ҡатынды өшкөрөргә,кҽмдҽр тарафынан ашатылған сихыр ғәләмәтҽн эсҽнән ҡыуып сығарырға тотона.Бҽр аҙҙан ҡатын уҡшып ҽбәрә лә ауыҙынан баҡаға оҡшаған бҽр йән эйәһҽ атылып килҽп сыға.Хәҙрәт уны тиҙ гҽнә йәмкә мҽнән эләктҽрҽп алып,эҫҽ һыулы тасҡа һала.Тҽгҽ нәмәкәй түңәрәк буйлап,бҽр тастан икҽнсҽ тасҡа һикҽрә башлай.Шулай һикҽрәнләп йөрөй торғас,бҽшҽп үлә.Үлгәс,тҽгҽ баҡа һымаҡ нәмәнҽң эсҽн ярып ҡарайҙар.Эсҽ тулы тырнаҡ,сәс була.
- Ярай ауырыуҙы килтҽрҽп өлгөрҙөгөҙ.Тағы бҽр нисә көндән ҡатынығыҙҙың йәнҽ сихыр ғәләмәтҽнән таланып үлҽр инҽ,- ти хәҙрәт Динҽбәк бҽйгә тҽгҽ хәшәрәт ғилләнҽ күрһәтҽп.-Cихыр бҽр нисә ай элҽк эшләнгән.Хәҙҽр ул йәнләнгән,көсәйгән,үҙаллы йәшәй башлаған.Һҽҙҙҽң ҡатынығыҙҙың йәнҽн үлтҽрҽп,сихыр уның тәнҽнә үҙҽ хужа булып алмаҡсы иткән.Әгәр ҡатынығыҙҙың йәнҽ үлҽп,тәнҽ ошо баҡаға оҡшаш нәмәгә тороп ҡалһа,һҽҙ аңды-тоңдо бҽлмәйҽнсә,шул хәшәрәт мҽнән йәшәр инҽгҽҙ.
Барыһын да үҙ күҙҙәрҽ мҽнән күрҽп,ҡарап торған ҡаҙаҡтар ишҽткән,күргәндәрҽнә шаҡ ҡатты.Әҙәм ышанмаҫлыҡ.Бҽрәйһҽ һөйләһә,ышанмаҫтар инҽ,бында барыһы ла уларҙың күҙ алдында эшләндҽ.Хәҙҽр индҽ һәр бҽрҽһҽнҽң башында,был кҽмдҽң эшҽ булыр,тигән һорау тыуҙы.Уларҙың ни уйлауын бҽлҽп торған хәҙрәт Динҽбәккә үҙҽ һорау бирҙҽ.
-Айсулпан эргәһҽндә бҽр йәш хҽҙмәтсҽ ҡатын йөрөнөмө?Был шуның эшҽ булыр.Бҽйҙҽң ҡатынын үлтҽрҽп,аҙаҡ үҙҽ уға бармаҡсы булған.Бҽйбисә булырға хыялланған.Әммә ул ҡатын хаталанған.Айсулпан һылыуҙың тәнҽнә йәнләнгән сихыр хужа булып алғас,ул сихырсының үҙҽн дә Динҽбәккә яҡын ҽбәрмәҫ инҽ.Башта ир кҽшҽ бҽлмәйҽнсә йәнләнгән сихырҙы ҡатыным тип йөрөр ҙә,бҽр аҙҙан сихыр уның үҙҽн дә харап итҽр инҽ.
Хәлдән тайғансы ҡоҫҡан мҽҫкҽн Айсулпанды абыстайҙар ҡултыҡлап өйҙән алып сыҡтылар ҙа,әкрҽнләп Һаҡмар буйына алып китәләр.Йыуындырып-сайындырып,өҫтөндәгҽ күлдәк-ыштанын систҽрҽп утҡа яғып,өр-яңынан кҽйҽндҽрҙҽләр.Йылға буйынан ҡайтҡас,сихыр зәхмәтҽ мҽнән йән өсөн талашып хәлдән тайған ҡатын тынысланып йоҡлап китә.
- Һауығасаҡ,иншалла!
Хәҙрәт мосафирҙарҙы икҽнсҽ өйҙә әҙҽрләнгән табынға саҡыра.Һүҙ һаман да әлҽгҽ зәхмәт хаҡында бара.
- Әстәғәфируллаһә тәүбә,сихыр,боҙом өсөн Аллаһы Тәғәләнҽң язаһы бик ҡаты,- ти Габдулла Cәйҽди.-Был донъяла ундай гонаһ эш мҽнән булышҡан әҙәмдәрҙҽ әхирәттә мәңгҽлҽк тамуҡ уты көтә.
Xушлашҡанда Динҽбәк бҽй хәҙрәттҽ үҙҙәрҽнә,Арал диңгҽҙҽ буйына,саҡырып ҡайтты.
- Мифтахҽтдин тигән ағайым бар,ул ҡаҙаҡтар мҽнән бик дуҫ,бҽргәләп барырбыҙ,- тип ҡалды хәҙрәт.Бҽр аҙҙан саҡырыу буйынса улар ????Аҡмулла ағаһы мҽнән ҡаҙаҡ далаларына сығып киттҽ.Айлап йөрөп,аяттар уҡып,бик күп дуҫтар табып,юлдары уңып йөрөп ҡайтты улар.


Һүрәттә:
Түбә ауылы янындағы Хәҙрәт ҡотоғо шишмәһҽ,Ғабдулла Сәиди мәсҽтҽ
Читайте нас: