Һаҡмар
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
25 Август 2020, 23:10

ХӘҘИС-ШӘРИФТӘР

Аллаһы Тәғәлә бәндәләргә ҡарата мәрхәмәтле булмаған кешеләрҙең гонаһтарын ярлыҡамай...

Аллаһы Тәғәлә бәндәләргә ҡарата мәрхәмәтле булмаған кешеләрҙең гонаһтарын ярлыҡамай.

Мохтаждарҙың һинең ярҙамыңа мохтажлығы – Аллаһ тарафынан һиңә ҡарата булған бер игелек. Ул игелек бәндәнең сауаптарын арттырыуға бер сәбәп.

Аслыҡтан интеккән мөьмин-мосолманға аш биргән кешегә Аллаһ Йәннәт баҡсаларындағы емештәрҙе бирер; яланғас тәнен ҡаплау өсөн кейем биргәнгә Йәннәтенә индереп, алтын уҡа менән сигелгән ебәк кемдәрен кейҙерер; һыуһағанда бәндәгә һыу биргән кешегә Ул йәннәттәрҙә һаҡлап тотолған эсемлеген бирер; мөьминдәрҙән берәүҙең ҡайғыларын таратҡанды Аллаһ үҙ күләгәһенән башҡа бер күләгә булмаҫ көндө үҙ күләгәһенә алыр.

Үҙ ҡәрҙәшенә ярҙам итеп кенә торған кешене Аллаһ етмеш өс төрлө хәсрәттән ҡотҡарыр. Ул хәсрәттәрҙең береһе – был фани донъя тормошонда, етмеш икеһе – Ҡиәмәт көнөндә.

Әгәр ҙә кешелә Аллаһ риза булырлыҡ өс нәмә булһа, хисап көнөндә Аллаһ уның яуабын еңеләйтер һәм Үҙ рәхмәте менән Йәннәткә индерер: ул кеше ярҙам итмәгәнгә ярҙам итер, насарлыҡ эшләгәнде ғәфү итер, үҙен ташлаған ҡәрендәшен ташламаҫ.

Иманлы бәндә яңы ғына күтәрелеп килгән йәш үҫенте кеүек. Ҡайҙан ғына ел иҫһә лә, ул ауырға ғына тора. Ел тынып ҡалһа ғына турайып ала. Иманһыҙ кеше эт ҡайышы йәки эрбет ағасына оҡшаш. Үҙ теләге менән Аллаһ уны һындырып ташламай тороп, бөгөлмәй ҙә, һығылмай ҙа.

Минең өммәтемде Йәннәтәргә алып бара торған иң яҡшы сифат – Аллаһтан ҡурҡа һәм илгәҙәк була белеү.

Үҙенә, үҙенең ғаиләһенә зыян килтергән кеше Ҡиәмәт көнөндә лә зыяндан башҡаны белмәҫ. Бына был инде – күҙгә күренеп торған юғалтыу.

Сабырлыҡ ике төрлө була: береһе – бәлә һәм бәхетһеҙлектәргә ҡарата түҙем була белеү. Был бик тә маҡтаулы. Икенсеһе – тыйылғандарҙан тыйылыу.

Читайте нас: