Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
31 Июль 2020, 09:56

Ҡорбан байрамы менән!

Мөхтәрәм мосолман ҡәрҙәштәр!Бөтә донъя мосолмандары мөбәрәк Ҡорбан ғәйетен билдәләй. Аллаһы Тәғәлә “Әл-кәүҫәр” сүрәһенең 2-се аятында: “Раббыңды ололап намаҙ уҡы һәм ҡорбан боғаҙла”, – тине. Ғәйет көндәребеҙ өс көн дауам итеп, был осорҙа мөмкинлеге булған ғаиләгә ҡорбан боғаҙлау фарыз. Аллаһ ҡаршыһындағы иң бөйөк булған Ғәйет көнөндәге ҡорбанлыҡтарығыҙ ҡабул булһын. Аллаһы Тәғәлә барыбыҙға ла һаулыҡ, бәхет һәм сәғәҙәт, ижад һәм хеҙмәт емештәре, йәштәребеҙгә тәүфиҡ-һиҙиәт, ололарыбыҙға бәхетле ҡартлыҡ, тыуған Башҡортостаныбыҙға, дәүләтебеҙ Рәсәйгә хәйерле бәрәкәттәр ирештереп, халҡыбыҙ муллыҡта йәшәһен, йорт-ил тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын. Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын! Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтуһ. Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин, райондың имам-мөхтәсибе.

Мөхтәрәм мосолман ҡәрҙәштәр!
Бөтә донъя мосолмандары мөбәрәк Ҡорбан ғәйетен билдәләй.
Аллаһы Тәғәлә “Әл-кәүҫәр” сүрәһенең 2-се аятында: “Раббыңды ололап намаҙ уҡы һәм ҡорбан боғаҙла”, – тине. Ғәйет көндәребеҙ өс көн дауам итеп, был осорҙа мөмкинлеге булған ғаиләгә ҡорбан боғаҙлау фарыз. Аллаһ ҡаршыһындағы иң бөйөк булған Ғәйет көнөндәге ҡорбанлыҡтарығыҙ ҡабул булһын. Аллаһы Тәғәлә барыбыҙға ла һаулыҡ, бәхет һәм сәғәҙәт, ижад һәм хеҙмәт емештәре, йәштәребеҙгә тәүфиҡ-һиҙиәт, ололарыбыҙға бәхетле ҡартлыҡ, тыуған Башҡортостаныбыҙға, дәүләтебеҙ Рәсәйгә хәйерле бәрәкәттәр ирештереп, халҡыбыҙ муллыҡта йәшәһен, йорт-ил тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын. Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын! Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтуһ.
Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин, райондың имам-мөхтәсибе.
Читайте нас: