Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
31 Июль 2020, 09:14

Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!

31 июлдә мосолмандар Ҡорбан ғәйетен билдәләй. 9-сы зөлхизә (30 июль) – Ғәрәфә көнө. Ошо көндө Ер шарының төрлө илдәренән ислам диненең бишенсе терәге булған хаж ғибәҙәтен үтәргә ниәт итеп килгән хажиҙар Ғәрәфәт тауында тороп доға, истиғфар (ғәфү һорау) ҡылып, тәлбиә (ләббәйкә) әйтеп, хаж ғибәҙәтенең икенсе фарызын үтәй. Ошо көндә ураҙа тотоу бик сауаплы, сөнки хәҙистә: “Ғәрәфә көнөндә ураҙа тотҡан кешенең ошонан алдағы һәм һуңғы йылдарҙағы (ике йыллыҡ) гонаһтары юйылыр”, – тиелә.

31 июлдә мосолмандар Ҡорбан ғәйетен билдәләй. 9-сы зөлхизә (30 июль) – Ғәрәфә көнө.
Ошо көндө Ер шарының төрлө илдәренән ислам диненең бишенсе терәге булған хаж ғибәҙәтен үтәргә ниәт итеп килгән хажиҙар Ғәрәфәт тауында тороп доға, истиғфар (ғәфү һорау) ҡылып, тәлбиә (ләббәйкә) әйтеп, хаж ғибәҙәтенең икенсе фарызын үтәй. Ошо көндә ураҙа тотоу бик сауаплы, сөнки хәҙистә: “Ғәрәфә көнөндә ураҙа тотҡан кешенең ошонан алдағы һәм һуңғы йылдарҙағы (ике йыллыҡ) гонаһтары юйылыр”, – тиелә.
Ғәйет ҡорбаны байрамдың өс көнөндә салына. Ошо өс көндә кемдең ҡорбан салырға мөмкинселеге бар, шулар өсөн был ғибәҙәт – важиб. Һәр бер өй (ғаилә) йыл һайын Ҡорбан байрамы көндәрендә бер ҡорбан салырға тейеш. Әгәр кеше финанс яғынан ауыр хәлдә йәки сәфәрҙә икән – был ғәмәл важиб түгел. Ҡорбанға һарыҡ, кәзә, һыйыр салына. Кәзә 1 йәштән үтергә тейеш, һарыҡ та шулай, әммә кәүҙәһе ҙур булһа, 8 айлыҡ һарыҡ та мөмкин. Һыйыр малын 7 кеше (ғаилә) сала ала, әммә етеһенең дә ниәте ҡорбан итеү булырға тейеш.
Важиб ҡорбан ошо өс көндә генә салына. Ғәйет намаҙынан һуң ҡорбан салыу мәсеттәр булған ауылдар өсөн шарт. Ҡорбанлыҡ мал зәғиф, сатан, һуҡыр, үтә ябыҡ, ауырыу булырға тейеш түгел. Көйҙөртөлгән мал да ярай. Әгәр малдың ҡолағының яртыһынан күбеһе инәү һалыу өсөн ҡырҡылған булһа, ярамай. Әгәр яртыһынан аҙырағы, өстән бер өлөшө ҡырҡылһа – ярай.
Ҡорбанды салыу – ғибәҙәт, Аллаһҡа яҡынайыу. Шуға уны үҙ ҡулығыҙ менән салыу хәйерле. Имамды, мулланы – кемделер көтөргә кәрәкмәй. Ҡорбан итен ҡасан ашатһаң да була. Нәҡ ошо көндә ашатыу фарыз, тигән шарт юҡ. Ҡунаҡ йыйып ашатыу шарт түгел, кәрәк икән, итен тотош таратып та бирә ала, үҙенә лә ҡалдыра ала.
Ғалимдар иһә ҡорбан итен 3 өлөшкә (бер өлөшөн – ғаиләһенә, 1 өлөшөн – кешегә таратырға, 1 өлөшөнә ҡунаҡ саҡырырға) бүлергә тәҡдим итә. Итте күберәк кешегә таратһаң, сауабы ла ҙурыраҡ була.
Илдә, республикала һәм районда коронавирус менән киҫкен хәлгә бәйле, ҡала һәм район мәсеттәрендә Ҡорбан ғәйеттәре үткәрелмәйәсәк. Был ҡарар халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында ҡабул ителде. Шуның өсөн, хөрмәтле дини ҡәрҙәштәр, Ҡорбан байрамына арналған хөтбәне 31 июлдә иртәнге сәғәт 8-ҙә онлайн режимда ҡарарға саҡырабыҙ. Уны Баймаҡ телевидениеһының “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә түбәндәге һылтанма буйынса ҡарай алаһығыҙ:
Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын, мосолман ҡәрҙәштәр!
Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин, райондың имам-мөхтәсибе.
Читайте нас: