Һаҡмар
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
13 Июль 2020, 18:43

Иреңдең йәшерен серҙәрен таратма!

Иреңдең ғәмәлдәре һәм һүҙҙәре һиңә аманат итеп бирелгән, шуға ла уны башҡаларға таратыуҙан һаҡ бул!

Мәғәнәһе:
Әбү Сәғыйд әл-Худрийдән: "Пәйғәмбәребеҙ әйтте:
- Дөрөҫлөктә, Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ ҡаршыһында иң насар хәләттә булған кешеләр араһында, ҡатыны менән төн ҡунып, һуңынан улар араһында булғандың барыһы тураһында ла башҡаларға һөйләүсе ир булыр!
Был хәҙистә ирҙәр тип әйтелһә лә, ләкин ул ҡатындарға ла ҡағыла.
Шулай уҡ Аллаһ тәғәлә Ҡөрьәндә Нух һәм Луттың ҡатындары хаҡында ла бик ҡаты киҫәтеп ғыйбрәт ҡылды.
Мәғәнәһе:
"Аллаһ миҫал итеп, хаҡлыны инҡар итеүсе ҡәферҙәргә, Нух пәйғәмбәрҙең һәм Лут пәйғәмбәрҙең ҡатындарын зикер итте. Был ике ҡатын, Беҙҙең ике изге ҡолдарыбыҙҙың ҡул аҫтында инеләр, был ике ҡатын үҙҙәренең ирҙәре булған пәйғәмбәрҙәргә хыянат иттеләр, ирҙәренә зарар итергә теләнеләр. Был ике ҡатынды Аллаһ ғазабынан һис нәмә ҡотҡара алманы. Ул ҡатындарға, утҡа кереүселәр менән бергә утҡа керегеҙ, тип әйтелде". "Әт-Тәхрим" 10.
Нух пәйғәмбәрҙең ҡатыны кешеләргә иренең серҙәрен һөйләй торған ине. Әгәр ҙә берәү Нухҡа иман килтереп эйәрә торған булһа, ул ҡатын был кешене Нухҡа эйәреүҙән туҡтатыу өсөн, ялт итеп ҡәферҙәргә сығып һөйләй ине.
Ә инде Лут пәйғәмбәрҙең ҡатыны, иренә килгән ҡунаҡтарыҙы ҡәферҙәргә сығып һөйләй ине.
Ә инде Лут пәйғәмбәрҙең ҡатыны, иренә килгән ҡунаҡтатрҙы ҡәферҙәргә йәшерен генә сығып әйтә ине.
Үмәмәһ бинт әл-Харис ҡыҙына нәсихәт итеп: "Иреңдең серҙрен бер кемгә лә һөйләмә, әгәр ҙә уның серҙәрен һөйләһәң, ул һөйләгән серҙәрҙең яуызлығынан имен була алмаҫһың", - тип әйтә торған ине.
Хикәйә
Ғәрәп әҙәбиәттәре китаптарында шунда хикәйә килә:
Бер ир үҙенең ерен һөрөп йөрөгәндә, алтын тулы сүлмәк таба. Был сүлмәкте өйөнә алып ҡайтып, ҡатынына күрһәтәм тигәндә, башына "ҡатындар сер тотмай" тигән уй килә һәм ҡатынын тикшереп ҡарамаҡсы булып, үҙе менән йомортҡа алып инә лә, урындығы янына йәшереп ҡуя.
Иртә менән торғас ҡатынын уятып: "Әгәр һин бер кемгә лә һөйләмәҫкә һүҙ бирһәң, мин һиңә бер сер әйтәм", - ти. Ҡатыны: "Бер кемгә лә һөйләмәҫкә һүҙ бирәм, әйҙә әйт", - ти. "Мин көн дә йомортҡа һалам, ләкин быны башҡалар белер, тип һинән йәшерә инем", - тип урындыҡтан йомортҡа килтереп сығара.
Был ҡатын иренең әйткән серен күршеләргә һөйләмәйсә булдыра алмай. Ире эшкә китеү менән йәшерен серҙе таратып та сала. Ир эштән ҡайтҡансы "сер" падишаһҡа уҡ барып етә. Падишаһ йәһәт кенә был ирҙе үҙенә саҡырып ала ла, эштең ниҙә икәнен һораша. Был ир барыһын да бәйнә-бәйнә һөйләп бирә. Падишаһ быны ишетеп рәхәтләнеп көлә лә, сүлмәк тулы алтынды был иргә ҡалдыра.
Читайте нас: