Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
9 Июль 2020, 22:24

Һөт һатыусы ҡыҙ тураһында хикәйәт

Аллаһ менән үҙеңдең аралағы һәм ирең менән үҙеңдең аралағы булған юлды, ихласлыҡ һәм тоғролоҡ менән нурландыр! Һәм дә Ғүмәр пәйғәмбәр ваҡытындағы һөт һатыусы ҡыҙ кеүек бул! Һин дә ошо ҡыҙ кеүек ихлас һәм тоғро бул һәм: "Ирем күрмәһә лә, иремдең Раббыһы булған Аллаһ күрә", - тип, үҙеңде гөнаһтан ситләштер.

Көндәрҙең береһендә, Ғүмәр пәйғәмбәр мосолмандарҙың хәл-әхеүәлдәрен белешеп урамда йөрөгәндә, ҡыҙына һөткә һыу ҡушырға бойорған ҡатын-ҡыҙҙың тауышын ишетеп ҡала. Әсәһенә был ҡыҙ яуап итеп былай ти:
- Мөьминдәрҙең әмире Ғүмәр пәйғәмбәр һөттө һыу менән бутамаҫҡа ҡушты, - тине.
Әсәһе ҡыҙына:
- Әй, ҡыҙым, беҙҙе Ғүмәр күрмәй бит, - тигән.
- Ғүмәр беҙҙе күрмәһә лә, беҙҙе Ғүмәрҙеңм раббыһы күрә бит! - тигән ҡыҙы.
Был һүҙҙәрҙе ишетеп торған Ғүмәр, был ҡыҙҙың изгелеген һәм диндарлығын күреп, үҙенең улы Ғасимға был ҡыҙҙы өйләндерә. Уларҙың киләсәк быуынынан Ғүмәр бин Ғабдулғазиз донъяға килә.
Һин дә ошо ҡыҙ кеүек ихлас һәм тоғро бул һәм: "Ирем күрмәһә лә, иремдең Раббыһы булған Аллаһ күрә", - тип, үҙеңде гөнаһтан ситләштер.
Ниязетдин мулла Миңлеәхмәт әл-Хәнәфиҙең "Ир менән мөғәлләмә итеү серҙәре" китабынан.
Читайте нас: