Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
3 Июль 2020, 13:16

"Йәсин" сүрәһенең фазылйәттәре

- Һәр нәмәнең йөрәге бар, Ҡөрьәндең йөрәге иһә - "Йәсин", берәй әҙәм "Йәсин" сүрәһен уҡыһа, Аллаһ ул кешегә ун мәртәбә Ҡөрьән уҡып сыҡҡан кеүек сауап яҙып ҡуясаҡ". Был хәҙис-шәриф - "Йәсин" сүрәһенең бөйөклөгөн, ҙур дәрәжәһенә ап-асыҡ дәлилдер. Әбү Һүрайра риүәйәте буйынса, пәйгәмбәр гәләйһиссәләм әйткән: - Берәй бәндә төндә "Йәсин" сүрәһен Аллаһтың ризалығына ирешәйем тип уҡыһа, Аллаһ Тәғәлә ул кешене шул төндө ғәфү итәлер.Был бихисап оло сүрәнең башҡа фазыйләттәре тураһында хәҙрәти Ғәли радҙыйаллаһү ғәнһү тарафынан тапшырылған хәҙистән белә алабыҙ: "Рәсүлуллаһ салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм әйтте: «Кем дә булһа "Йәсин" уҡыуҙы тыңлаһа, нәҡ Аллаһ Тәғәлә юлында егерме алтын аҡса таратҡан һымаҡ; кем уны уҡыһа, нәҡ ике тиҫтә теләгәненә ирешкән кеүек булыр; кем уны һауытҡа шафран менән яҙып, шул һауыттың сайҡаған һыуын эсһә, уның ашҡаҙанына мең дауа, мең нур, мең хаҡлыҡ, мең мәрхәмәт, мең бәрәкәт, һәм ризыҡ керер, һәр ауырыу һәм яуызлыҡ сығып китер".

Хәҙрәти Ибн Ғаббас әйтеүенсә, "Йасин" сүрәһе Мәккә ҡалаһында Мөхәммәд пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм аша ингән. Был сүрәлә 83 аят барҙыр. Хәҙрәти Әнәс: «Рәсүлуллаһ салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм әйтте:
- Һәр нәмәнең йөрәге бар, Ҡөрьәндең йөрәге иһә - "Йәсин", берәй әҙәм "Йәсин" сүрәһен уҡыһа, Аллаһ ул кешегә ун мәртәбә Ҡөрьән уҡып сыҡҡан кеүек сауап яҙып ҡуясаҡ". Был хәҙис-шәриф - "Йәсин" сүрәһенең бөйөклөгөн, ҙур дәрәжәһенә ап-асыҡ дәлилдер. Әбү Һүрайра риүәйәте буйынса, пәйгәмбәр гәләйһиссәләм әйткән:
- Берәй бәндә төндә "Йәсин" сүрәһен Аллаһтың ризалығына ирешәйем тип уҡыһа, Аллаһ Тәғәлә ул кешене шул төндө ғәфү итәлер.
Был бихисап оло сүрәнең башҡа фазыйләттәре тураһында хәҙрәти Ғәли радҙыйаллаһү ғәнһү тарафынан тапшырылған хәҙистән белә алабыҙ: "Рәсүлуллаһ салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм әйтте: «Кем дә булһа "Йәсин" уҡыуҙы тыңлаһа, нәҡ Аллаһ Тәғәлә юлында егерме алтын аҡса таратҡан һымаҡ; кем уны уҡыһа, нәҡ ике тиҫтә теләгәненә ирешкән кеүек булыр; кем уны һауытҡа шафран менән яҙып, шул һауыттың сайҡаған һыуын эсһә, уның ашҡаҙанына мең дауа, мең нур, мең хаҡлыҡ, мең мәрхәмәт, мең бәрәкәт, һәм ризыҡ керер, һәр ауырыу һәм яуызлыҡ сығып китер".
Аллаһтың Рәсүле салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм әйтеүе буйынса, "Йәсин" сүрәһе Муса ғәләйһис-сәләмгә ингән Тәүрәт китабында ла бар икән. Унда ул "Әл-Муғәммә" тип аталған булған. Ул уҡыусы бәндәгә донъя-әхирәт, хәйер сәғәҙәттәрен насип итеүгә сәбәп булыусы сүрә. Был сүрә - уҡыусыһын донъя һәм әхирәт афәттәренән ҡотҡарыусы булған.
Шуға күрә Исраил улдары араһында әлеге сүрәне "хәжәттәрҙе үтәүсе сүрә" тип атай торған булғандар. Сөнки был сүрәне ихлас күңелдән уҡыусыларҙың хәжәттәре үтәлгән. Шуға ла Пәйғәмбәребеҙ салләллаһү ғәләйһи үә сәлләмдең васыятының мәгәнәһе аңлашыласаҡ:
"Йәсин" - Ҡөръәндең йөрәге; Аллаһы Тәгәлә Үҙенең ризалығына, әхирәттә йәннәткә ирешәм, тип уҡыусы бәндәнең алдан уҡ ҡылған гөнаһтарын кисерер. Уны, "Йәсин" сүрәһен, мәрхүмдәргә уҡығыҙ", - тигән Рәсүлуллаһ салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм. Был хәҙис - хәҙрәти Әхмәд, Әбү Дауд, Ән-Нәсәүи, Ибн Мәжәһ, Ибн Хәббән, Әт-Табарани, Әл-Бәйһәкый һәм башҡаларҙың йыйынтыҡтарында теркәлгән хәҙистәр.
Пәйғәмбәребеҙ салләллаһү үә сәлләмдең әйткән был һүҙҙәре Гата ибн Рабәхҡа барып еткән: "Көндөң уртаһында "Йәсин"де уҡыған кеше мораттарына ирешер" (хәҙис шәриф). Бәлки шуға күрә пәйғәмбәр гәләйһиссәләм әйткәндер: "Ни ҡәҙәр теләр инем мин өммәтем кешеләренең һәр береһенең йөрәгендә "Йәсин" булыуын" (Ибн Ғәббәс риүәйәт ҡылған).
Хәҙрәти Әбү Ҡалләбә радҙыйаллаһү ғәнһе әйткәнсә, "Йәсин" сүрәһен уҡыған кеше мәғфирәткә ирешер; әгәр ризығы әҙ булып, бар кешегә лә етмәҫлегенән ҡурҡҡан кеше сүрәне ризығы янында уҡыһа, шул ризыҡ бөтөн кешегә лә етер. Йөклө ҡатын янында "Йәсин" уҡылһа, балаһын еңел табыр…
Хәҙрәти Мөхәммәд әл-Баҡыр радҙыйаллаһү ғәнһенән тапшырылғанса, кем дә булһа йөрәген ҡаты-ҡырыҫ итеп һанаһа, "Йәсин" сүрәһен һауытҡа шафран менән яҙып, шул һауытты сайҡатып эсһен.
Йәсин-шәриф хикмәттәренең ҡайһы берҙәрен иҫкә төшөрөп, шуныһын да белергә тейешбеҙ: "Әгәр берәр мәйет янында "Йәсин" уҡылһа, ул мәйеттең халәте еңеләйер",
Шулай уҡ, хәҙрәти Әбү Бәкер Әс-Сиддиҡ тапшырғанса, пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм әйткән:
"Кем дә булһа, йома һайын ата-әсәһенең ҡәберенә барып, улар янында "Йәсин" уҡыһа, Аллаһы Тәғәлә ул бәндәгә һәр сүрәнең хәрефе һанынса истиғфарҙар ебәреп торор".
Читайте нас: