Һаҡмар
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
2 Июнь 2020, 21:10

Бурыстан ҡотолоу өсөн доғалар

Аллаһүммәкфинии бихәләәликә ғән харамикә үә әғнинии бифадликә ғәммән сиүәәк.Мәғәнәһе: Аллаһым! Миңә хәләл малыңды харамға ҡарағанда етерлек итеп күп бир. Үҙеңдең рәхмәтең менән Һинән башҡаға мохтаж булыуҙан һаҡла.Төндә йоҡо алмаған ваҡытта...

Бурыстан ҡотолоу өсөн

Аллаһүммәкфинии бихәләәликә ғән харамикә үә әғнинии бифадликә ғәммән сиүәәк.

Мәғәнәһе: Аллаһым! Миңә хәләл малыңды харамға ҡарағанда етерлек итеп күп бир. Үҙеңдең рәхмәтең менән Һинән башҡаға мохтаж булыуҙан һаҡла.

Төндә йоҡо алмаған ваҡытта

Лә иләһә илләл-лаһүл-үәхтдүл-ҡаһһәрү раббүс-сәмәүәти үәл-әрҙи үә мә бәйнәһүмәл-ғәзизүл-ғаффәр.

Мәғәнәһе: Берҙән-бер хаким, күктәрҙең һәм ерҙең, күктәр менән ер араһындағы бөтә булмыштарҙың Раббыһы, көс-ҡеүәт эйәһе, гонаһтарҙы кисереп тороусы Аллаһтан башҡа илаһ юҡ.

Ауыр ҡайғыларға юлыҡҡанда

Иннә лилләһи үә иннә иләйһи ражиғүн. Аллаһүммәъжүр-ни фи мүсибәти үә әхлиф ли хайрам-минһә.

Мәғәнәһе: Беҙҙең бөтәбеҙ ҙә – Аллаһы Тәғәләнеке, ҡайтыр урыныбыҙ ҙа – Уға. Әй, Аллаһ, күргән ҡыйынлыҡтарымдың сауабын насип ит. Шуның әжере итеп яҡшылыҡ килтер.

Читайте нас: